Таҡмаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
270 юл:
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов.120-123 биттәр''

'''ҺайлауҙарСовет осорондағы һайлауҙар тураһында'''

{{refbegin|2}}
304 юл:
{{refend}}
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 123 бит''

'''Социалистик хеҙмәт тураһында'''

{{refbegin|2}}
Һауаларҙан ишетелә

Самолет батырҙары,

Һәр бер эштә еңеп сыға

Беҙҙең ил батырҙары.

Ботинкаһы, ботинкаһы,

Ботинкаһы ҡыҙыл суҡ.

Ударник булһаң, йөрөйөм,

Ударник булмаһаң - юҡ.

Ҡыҙарып бешкән алманың

Һайланым матурҙарын.

Ударник тип беҙ атайбыҙ

Колхоздың батырҙарын.

Ағиҙелдә аҡ нәмә бар,

Аҡ пароход түгелме?

Ярышып эшләү, күмәк эшләү

Шатландыра күңелде.

Ударниктар эшкә бара

Йырлашып та, гөрләшеп,

Йырлайыҡ әле, йрлайыҡ,

Их, дуҫтарым, берләшеп.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең

Табалманым үҙ ишен,

Матурлығыңды арттыра

Ударник тигән исем.

Мендем тауҙың башына,

Исемем яҙҙым ташына,

Өйөбөҙҙә - электрик,

Ҡырыбыҙҙа - машина.

Колхоз ере туғай-туғай,

Унда һайрай бер турғай.

Тормош иркен, күңелдәр көр,

берҙе йырламай булмай.

Урал буйҙары йәмле,

Урал һыуҙары тәмле.

Урал буйына теҙелгән

Колхоз ҡырҙары йәмле.

Беҙҙең колхоз байрағы

Ебәк менән сигелгән.

Байраҡ беҙгә ярыгтарҙа

Еңгән өсөн бирелгән.

Тау-тау боҙҙар ағып килә

Яҙҙың ташыуҙарында,

Шатланышып беҙ эшләйбеҙ

Колхоз баҫыуҙарында.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең

Табалманым үҙ ишен,

Матурлығыңды арттыра

Ударник тигән исем.

{{refend}}
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 234-235 биттәр''

'''Комсомолдар тураһында'''

{{refbegin|2}}
Ямғыр яуа, томан төшә,

Ҡурай еләге бешә.

Коммунистарға алмашҡа

Йәш комсомолдар үҫә.

Ал килтерҙем алы өсөн,

Бал килтерҙем балы өсөн.

Комсомолдар көрәшәләр

Коммунизм даны өсөн.

Беҙҙең йырҙар - бөгөнгө,

Шулай йырлау күңелле.

Йырлап эшләп йөрөүселәр

Комсомолдар түгелме?

Тауға мендем таң атҡанда,

Тал киҫтем ай батҡанда.

Тау яңғырай, урман гөрләй

Йәштәр эштән ҡайтҡанда.

Тау башында аҡ ҡайын,

Япраҡ яра яҙ һайын.

Япраҡ ярған ҡайын кеүек

Беҙ үҫәбеҙ йыл һайын.

{{refend}}
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 235-236 биттәр''
[[Категория:Фольклор]]
[[Категория:Таҡмаҡтар]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Таҡмаҡтар» битенән алынған