Түбәләҫ - Оло Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
280 юл:
 
== Илсекәй ауылы һундары ==
 
'''Һунбыҡ нәҫеле Шәжәрәһе'''
Мин атайым яғынан Һунбыҡ ҡыҙы.
 
Һундар тигән яугир халыҡ булған, шуларҙың атамаһына ла яҡын ишетелә, эйеме? Рәшит Шәкүр ағай ҙа, "Алты ауыл Түбәләҫ "
тигән мәҡәләһендә, Түбәләҫтәр Һундарҙың вариҫылыр тигән һығымта эшләгәйне.
ШӘЖӘРӘБЕҘ тураһында һөйләгәндә, Фәссәхетдин олатайым Фәтхетдинов ике исемде атай ине: Мамыҡҡол, Аҡкөбәк тип.
Мин уларҙы аталы-уллы тип иҫтә ҡалдырғайным. Хәҙер мәғлүм булғанса, Мамыҡҡол - Аҡкөбәктең быуайы булып сыға.
 
Мамыҡҡол менән Ҡалмаҡ - Күсәбайҙың (ҡайһы берҙә, Көҫәпәй тип уҡырға мөмкин) улдары (бер туғандар йәки бер ата балалары) Күсәбаевтар (рәүиз йәниҫәбендә Кусепеев йәғни Көҫәпәев тип тә яҙылған).
 
Аҡкөбәктән өс ул: Исламғол (1813), Хисмәтулла (1819-1871), Ғиззәтулла (1822) тыуған, фамилиялары Аҡкөбәков булған.
Оло улы Исламғолдан 4 ул: Ғиләжетдин, Фәхретдин, Борхан, Шәрәфетдин тыуған. Улар Исламғолов булған. Хәҙерге көндә лә Илсекәйҙә Ғиләжевтар, Фәхретдиновтар, Шәрәфетдиновтар бар. Тик Борхановтар ғына, Силәбе өлкәһендә йәшәп, урыҫ араһында шыйыҡланып ҡалғандыр тигән фараз йөрөтөргә була.
 
Ғиләжетдиндең өс улы: Хөппихужа, Зәйнетдин (Гражданар һуғышында һәләк булған, өйләнмәгән дә булған), Зиязетдин булған.
Хөппихужа улы Сиражетдин быуай менән ҡатыны Миңдинурҙың өс балаһы: Ләбибә апай (Ҡарағолда йәшәй), Ямалетдин, Вәрис булған. Сиражетдин быуай һуғыштан иҫән-һау ҡайтһа ла, күп тә тормай вафат була.
 
Зиязетдин быуайҙың балалары: Әҙибә апай менән Әҙип ағай. Әҙибә апайҙың (Ғафаров Халиҡ ағайҙың икенсе ҡатыны) балалары: Нәбиһә, Тәнзилә, Әсләм, Рәмилә.
 
Фәхретдин Исламғоловтың улдары: Ғариф быуай (ҡатындары Бибикамал менән Сәхиә), Исмәғил, Харис Фәхретдиновтар.
Ғариф суфый уҡымышлы дин белгесе, әҙәпле кеше ине. Уның өйөндә һәр ваҡыт Йома намаҙҙары ойошторола торғайны (уның балалары булмаған, етмәһә, күҙҙәре һуҡыр ине).
 
Харис Фәхретдинов Мөрсәлимдә йәшәүсе Нурия апай Ғәзимованың (ғүмер бары сельпола бухгалтер булып эшләне) атаһы. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.
 
Исмәғил Фәхретдиновтан Һарун, Раһип, Вәһип тигән улдары һәм тағы ла ҡыҙҙары булған. Ғәлимә тигән ҡыҙы Тирмән ауылында йәшәне.
 
Һарун быуай (1925-1994) менән Рәйсә әбей Фәхретдиновтарҙың балалары: Йосоп (1946), Мәрйәм (1950-2008), Мурат (1952), Миңдегөл (1957), Йомагөл (1958), Йомаҙил (1960), Разия, Джамбул, Жәлил (1967), Римма.
 
Раһип ағай Фәхретдинов Өфөлә йәшәй. Улдары: Рафиҡ менән Радик (Мәймүнә әбейҙән), ҡыҙы Нурзидә икенсе ҡатыны Ғәзимә еңгәнән.
 
Вәһип Фәхретдинов ағай ауылға бик ҡайтып йөрөмәне, уның тураһында мәғлүмәт юҡ тиңендә.
 
Борхан Исламғоловтың ете улы булған ти ине Нәбит ағай Ғәбдрәшит Ғафаров. Элек-электән урыҫ араһында (Йүрүҙән ҡалаһына күсеп китеп) йәшәгәндәр. Борхановтар булған уларҙың балаларының фамилияһы.
 
Шәрәфетдин Исламғоловтың улы Әхмәт быуай булған. Ҡыҙҙарынан Сания әбейҙе (Исламғол менән Фирҙәүес ағай Ҡәнзәфәровтарҙың, Саимә апайҙың инәләре), Ғәмбәр әбейҙе (Раһип ағай Хөсәйеновтың, Сажиҙә, Рәүфә, Ғәзизә, Нәжибәләрҙең инәләре) беләбеҙ.
 
Әхмәт быуайҙың улы Йәнтимер Шәрәфетдинов, ҡыҙҙары: Мәҙинә менән Әнисә.
Аҡкөбәктең уртансы улы Хисмәтулла Аҡкөбәковтан Фәтхетдин Хисмәтуллин (1860-1919) - Фәссәхетдин олатайымдың атаһы.
Фәтхетдин олатайҙан Низаметдин менән Фәссәхетдин Фәтхетдиновтар тыуған.
 
Фәссәхетдин олатайымдың (1886-1971) ике ҡатыны булған. Фәхерниса “дәү инәй”ҙән:
Ғәйнинур (1910-1994), Миңдәхмәт (1912-1942), ике балаһын, Миңдефәйәне (1938-2005), Өлкәрҙе (1940-2019) етем ҡалдырып Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған (Украиналағы Харьков өлкәһе, Жуков Яр утарында ерләнгән).
Миңдевафа (1922- ?), Хәлилрахман (1925-1943) һуғышта, Белоруссия ерендә, 18 йәшендә генә һәләк була. Сураж ҡалаһында туғандаш ҡәберлеккә ерләнгән.
 
Икенсе ҡатыны Мәстүрәнән (1895-1962), беҙҙең кәтәйебеҙҙән: Шәрифә (1922-1986), Фәйзрахман (1925-2009), һуғышҡа 1943 йылда алынған, 1950 йылға саҡлы Совет Армияһында хеҙмәт иткән. Шаһиәхмәт (1928-2010), Сәүиә (1936) тыуған.
 
Шәрифә әбейем менән тормош иптәше Ишморатов Исрафил Хажиморат улының балалары: Зөһрә (1944), Гөлсирә (1946-2012), Гөлсөм (1949-1981), Фәниә (1952), Рәйхана (1955), Марс (1957-2014), Лилә (1959), Венера (1961).
 
Фәйзрахман Фәссәхетдинов менән Сафия Нәғим ҡыҙының балалары: Миңсылыу (1952), Әғзәм (1955), Флорида (1958), Альфрида (1960), Гүзәл (1971).
 
Шаһиәхмәт ағайым Фәссәхов менән Мәғзүрә еңгәмдең балалары: Ғәлиә (1954), Зәфирә (1956), Ғаяз (1958), Зимфера (1962)
 
Сәүиә апайым менән Аданис еҙнәм Шәһадатовтарҙың балалары: Радик (1958), Вадим (1966), Ғәлиә (1972).
 
Аҡкөбәктең кинйә улы Ғиззәтулланан Төхвәтулла, Мөхәмәтзал, Мөхәмәтйән Ғиззәтуллиндар тыуған.
Төхвәтулланан Сәмиғулла менән Миңдейәр Төхвәтуллиндар тыуған.
Сәмиғулла быуай менән беренсе ҡатыны Зөлхизә әбейҙең улы Миңдеғәлим быуай (1921-1944) - Төхвәтуллин Ринат ағайҙың атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.
Икенсе улы Төхвәтуллин Миңдулла ағай менән Ғәлиә апайҙың балалары - Әлфиә, Рәжәп, Илшат, Рәмилә, Иршат.
 
Төхвәтуллин Сәмиғулла быуайҙың икенсе ҡатыны Хәҙисә әбейҙең балалары юҡ ине.
 
Сәмиғулла быуай менән өсөнсө ҡатыны Мөслимә әбейҙең балалары: Миңдехан ағай, игеҙәктәр - Ҡәүей ағай менән Ҡәүейә апай бар ине.
 
Миңдейәр Төхвәтуллин Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Уның улы Хөрмәтулла ағай.
Хөрмәт ағай (1928-1995) менән Миңдегөл апайҙың балалары: Радик (1954), Миңдинур (1956), Венера (1959), Нәзифә, Фәйгөл, Ришат.
Мөхәмәтзал Ғиззәтуллиндан Ахун Залов (1914-1944, Белоруссияла, Витебск өлкәһендә һәләк булған) - Әнүәр Залов ағайҙың атаһы.
 
Залов Әнүәр ағай Залов менән Гөлшат еңгәнең балалары- Альбина Залова (Күльманова), Айҙар, Алия.
Мөхәмәтзалдың икенсе улы Хәбиб быуайҙан (1918-1994) Мөхәммәт, Рәфҡәт, Ришат тыуған. (* Йәл, бөгөнгө көндә уларҙың фамилияһы, ниңәлер, Золов булып киткән. Төҙәтер кәрәк ине был хатаны!).
 
Рәфҡәт Залов менән ҡатыны Асияның балалары: Зәлиә, Ралит Золов, Азалия.
Мөхәмәтзалдың өсөнсө улы Әхтәм (1920). Ул да һуғышта ҡатнашҡан. Әммә оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһендә йәшәгәнлектән һәм ауыл менән бәйләнеше өҙөлгәнлектән, уның һәм ғаиләһе тураһында мәғлүмәт юҡ.
Ғиззәтулланың 3-сө улы Мөхәмәтйәндең иң оло улы Рәхимйән (1918-1942, һуғышта һәләк булған) һәм уның ҡатыны Хәйрисламова Сафура әбейҙән улдары Мөхәмәтйәнов Рафис ағай бар ине, йәш кенә көйө үлтереп ҡуйҙылар.
 
Һуңынан Сафура әбейҙең Насибулла менән Камила тигән балалары булды (Ғәбдрәшит быуайҙың икенсе ҡатыны ине).
 
Мөхәмәтйән Ғиззәтуллиндың 2-се улы Ниғәмәтйән Мөхәмәтйәнов (1921-1943) һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Ул өйләнмәгән дә булған.
 
3-сө улы Фәрит Мөхәмәтйәнов (1924-). Уның Хөмәйрә апай Ғәлимова (1925-2019) менән никахынан Йосоп һәм Фәриҙә тигән балалары бар ине. Хөмәйрә апай 94 йәштә вафат булды. Фәриҙәнең ҡыҙы Лениза – Мәсәғүттә тәрбиәләнде.
 
4-се улы Хәким ағай Мөхәмәтйәнов (1928-). Уның һәм ҡатыны Мәғүҙә Фәхрислам ҡыҙының балалары: Юрик (1954), Миңдеғәлим, Вәлиҙә (1957-2000), Зәйнулла, Рәхимйән, Салауат.
 
* Сығанаҡ
“Башҡортостан” гәзите, 16, 30 февраль 2000 й.