Таҡмаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
484 юл:
Айҙай булып һин йөрөгән
Ерҙәрҙе күрһәң ине.
 
 
Һағынһам да, һарғайһам да
Түҙер әле йәш күңел;
Айырылһаҡ та ҡушылырбыҙ,
Тик көнө бөгн түгел.
 
Аяғымда һары туфли,
Сандали кейгем килә.
Рәсемкәйең стенала,
Үҙеңде күргем килә.
 
Электрик балҡып яна,
Беҙҙең өй эстәрендә.
Иҫтәремдең һис сыҡмайһың
Көндөҙ ҙә, кистәрен дә.
 
Һалһам да тар, кейһәм дә тар
Бирсәткәмдең бармағы.
Өҫтәлемдә гөлөм үҫә,
Һин - уның бер тармағы.
 
Май айының ал сәскәһен
Дуҫҡайыма оҡшатам.
Хаттар аша ҡулың ҡыҫып,
Ҡайнар сәләм оҙатам.
 
Ҡулымдағы беләҙегем
Һынмай ҙа, бөгөлмәй ҙә.
Һиңә булған мөхәбәтем
Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.
 
Йәш сағымда күкрәгемә
Сәскәләр ҡаҙаманым.
Сөнкт йәшлегемдән матур
Сәскәләр табалманым.
 
Ағиҙелдең һыуҙарында
Йөҙҙөрҙөм аттарынды.
Сәғәтенә биш уҡыйым
Ебәргән хаттарыңды.
 
Бейек тауҙың баштарында
Эйәрле атҡайҙарым.
Үҙем булып һөйләр әле
Ебәргән хатҡайҙарым.
 
Ағиҙелдәрҙе яҡтырта
Атҡайымдың ҡашҡаһы.
Кемдәр булһа ла кәрәкмәй
Һин дуҫымдан башҡаһы.
 
Алъяпҡастарым уралд
Сипарат беләгенә.
Күҙҙәремә күренде лә
Ут һалды йөрәгемә.
 
Бейек тауҙа сейә булһам,
Ҡыҙарып бешер инем;
Алма булһам, адарыңа
Өҙөлөп төшөр инем.
 
Ал бер генә була ул,
Гөл бер генә була ул.
Йән яратҡан, күңел тартҡан
Йәр бер егнә була ул.
 
Йәш егеттәр ҡайтып килә
Колхоз баҫыуҙарынан.
Егеттәрҙе һынайбыҙ беҙ
Аяҡ баҫыуҙарынан.
 
Ике матур алма өҙә,
Береһе бауҙарға теҙә.
Өҙгәне ул саҡлы түгел,
Теҙгәне эсте өҙә.
 
Йәнкәй-йәнәш йөҙҙәреңә
Йөҙ ҡараным, туйманым.
Әллә нурҙан яратылған
Микән, тиеп уйланым.
 
 
 
 
[[Категория:Фольклор]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Таҡмаҡтар» битенән алынған