Түбәләҫ - Оло Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
275 юл:
|}
(34 б.)
Өфө губернаторының полиция департаментына '''1889 йылғы 23 июнь''' донесениеһы тау заводтары менән башҡорттар араһында урман участкалары мәсьәләләре буйынса көсөргәнешле мөнәсәбәттәр булыуы тураһында һөйләй. '''Илсекәй''' һәм '''Ҡарағол''' ауылдары башҡорттары властарға (пристав һәм исправникка) буйһонмаусанлыҡ (неповиновение) күрһәткән, Һатҡы заводы хеҙмәткәрҙәренә һәм эшселәренә делянка бүлеү маҡсатында килеүселәрҙе урманға үткәрмәй, юлды кәртәләп тотҡандар. Илсекәй стражаһы властарға буйһонорға теләмәгән 13 кешене ҡулға алған.
 
1894 йылда рус халҡынан торған Илсекәй утары барлыҡҡа килә, һәм унда 1920 йылда 13 хужалыҡта 82 кеше донъя көткән. Ваҡыт үтеү менән төп ауыл Башҡорт Илсекәйе, ә һуңғыһы – Рус Илсекәйе тип атала башлаған.