Таҡмаҡтар/Социалистик хеҙмәт тураһында: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"'''Социалистик хеҙмәт тураһында''' {{refbegin|2}} Һауаларҙан ишетелә
Самолет батыр..." исемле яңы бит булдырылған

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ

2 юл:

{{refbegin|2}}
{{столбцы}}
{{столбец}}

Һауаларҙан ишетелә

Самолет батырҙары,

Һәр бер эштә еңеп сыға

Беҙҙең ил батырҙары.

Ботинкаһы, ботинкаһы,

Ботинкаһы ҡыҙыл суҡ.

Ударник булһаң, йөрөйөм,

Ударник булмаһаң - юҡ.

Ҡыҙарып бешкән алманың

Һайланым матурҙарын.

Ударник тип беҙ атайбыҙ

Колхоздың батырҙарын.

Ағиҙелдә аҡ нәмә бар,

Аҡ пароход түгелме?

Ярышып эшләү, күмәк эшләү

Шатландыра күңелде.

{{столбец}}

Ударниктар эшкә бара

Йырлашып та, гөрләшеп,

Йырлайыҡ әле, йрлайыҡ,

Их, дуҫтарым, берләшеп.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең

Табалманым үҙ ишен,

Матурлығыңды арттыра

Ударник тигән исем.

Мендем тауҙың башына,

Исемем яҙҙым ташына,

Өйөбөҙҙә - электрик,

Ҡырыбыҙҙа - машина.

Колхоз ере туғай-туғай,

Унда һайрай бер турғай.

Тормош иркен, күңелдәр көр,

берҙе йырламай булмай.

{{столбец}}

Урал буйҙары йәмле,

Урал һыуҙары тәмле.

Урал буйына теҙелгән

Колхоз ҡырҙары йәмле.

Беҙҙең колхоз байрағы

Ебәк менән сигелгән.

Байраҡ беҙгә ярыгтарҙа

Еңгән өсөн бирелгән.

Тау-тау боҙҙар ағып килә

Яҙҙың ташыуҙарында,

Шатланышып беҙ эшләйбеҙ

Колхоз баҫыуҙарында.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең

Табалманым үҙ ишен,

Матурлығыңды арттыра

Ударник тигән исем.

{{столбцы/конец}}

{{refend}}
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 234-235 биттәр''