Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
'''Беҙҙең өй'''
 
Урта Муйнаҡ ауылын икегә бүлеп ауылдың урта өлөшөндә Ҡылы-Өҫкәлек һыуына (тыҡырыҡ төшөп) йәйенке ярына текәлә. Мәгәзәй түшенән ҡарағанда уң яҡтан беҙҙең өй тора. Уны атайымдың атаһы, Мырҙагилде ҡартатайым, һалған. Бишәр тәзрәлетәҙрәле, киң, ҙур, иркен, күтәренке ике ҡарағай өйҙәрҙе яҡын ғына ултыртып бер ҡыйыҡ менән ҡаплаған. Ишектәр ҡапма-ҡаршы, бер-береһенә яҡындар. Уртанан – солан. Бәләкәй генә келәт. Унда ураған һайын файҙалана торған әйберҙәр, көндәлек ризыҡ һаҡлана.
 
Әсәй, атай, мин һайғауҙан эшләнгән ҙур ҡапҡа яғындағы өйҙә йәшәйбеҙ. Икенсеһе – аш өй. Бында атайҙың әсәһе Нәзифә (Нәфисә) исемле ҡәрсәй, һурәсәй Хәкимә көн күрә. Хәкимә – атайҙың тәүге ҡатыны. Ул бик ауырыу. Аяҡтары һыҙлай. Саҡ йөрөй. Йыш ҡына бөтөнләй йөрөй алмай ята. Уның иң өлкән ҡыҙы Фәтхиямал апай, шунан Нуритдин абзый, иң кесеһе әле үҫмер малай – Ғилмитдин абзый. Мәхүпямал апай минән өс-дүрт айға өлкән. Әлбиттә, ғәиләғаилә ҙур!
 
'''ҒәиләҒаилә кәсебе'''
 
Атай – плотник, столяр, жестянщик, кровельщик, стропальщик, стекольщик, белмәгән эше үҙе юҡ! Ауыр эш арбаһа, еңел тарантас, ағас һәнәк, тырма, оҙон кәбән һәнәге, тәгәрмәс туғындары һәм арба, фургон, тарантас өсөн төрлө көбсәктәр яһай.Ҡамыт яңаҡтары, ыңғырсаҡ, төрлө фасонда эйәрҙәр эшләй. Заказ буйынса тәҙрә рамдары, тәҙрә ҡапҡастары…Әүәле кис ҡараңғы төшөү менән һәр кем тәҙрәләрен ҡапҡас менән ҡаплай торғайны. Кис шәм яна.Өйҙә нимә бар, ни эшләйҙәр, күренмәҫ ине. Ул хәҙер генә тәҙрәлә шаршау. Атайҙың эшләй белмәгән һөнәре юҡ, тиҙәр ине.Эш хаҡына аҡса урынына он, төрлө ярма, мискәләп көнбағыш майы, ит, сәй-шәкәр алып килерҙәр ине.