Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
34 юл:
Ҡартәсәйҙең төп белгән эше – ҡайын туҙынан һағыҙ яһау-ҡайнатыу. Уның ҡалын суйын ҡомғаны бар ине. Тығыҙлап эсенә туҙ тултыра ла, ҡайната. Һыу бик әҙ һала, күберәк һыйыр майы. Туҙ ҡара һағыҙға әйләнә. Ҡартәсәй ике тасҡа һалҡын һыу һала. Беҙ бөтә ауыл балалары уратып ултырып һағыҙ сәйнәп, йомшартып тәңкә яһап һыуға һалабыҙ. Бик күп тәңкәләр эшләнгәс, ҡартәсәй бөтәбеҙгә лә һағыҙ бирә. Әбей иртәгәһенә үҙ һауытына һыу һалып һағыҙҙы шунда тултырып, эргә тирәләге ауылдарға сығып китә.
 
Фәтхиямал апайға бөтә өй эштәре ҡала: һыйыр һауыу, ашап-эсер ризыҡ эҙерләу, кер йыуыу. Эш күп! Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар мал тәрбиәләйҙәр, һалабаш һалалар. Таҫма кеүек йүкә алып ат ябырға септә үрәләр. Сабата үреү өсөн нәҙек-оҙон йүкә ағасы ҡырҡып ҡабығын ҡуптарып алып ҡайталар. Бәйләм-бәйләм ҡурысты сабата үреү оҫталары һорап ҡына торалар.Баҙарға алып барыу ҙа кәрәкмәй.Тапҡан болдырын йорт кәрәк-яраҡҡа “кассирша” ҡәрсәйгә бирәләр. Сабата үргән оҫталар үҙҙәре килеп алалар. Өҫтәмә заказ биреп китәләр. Ул заманда еңел дә, арзан да, аяҡҡа тыныс, тип халыҡ сабаталарҙы бик яратып кейҙе. Сабата кейеп йөрөү һис ғәйепкә һаналманы.. Абзыйҙар хатта әҙерләп өлгөрә алмайҙар ине.ҒәиләҒаилә ҙур! Әммә ғәиләләғаиләлә һис бер кем тауыш сығармай. Өйҙә һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт. Асыуланышыу, әрләшеү юҡ.
 
Мәрхәпъямал – минең әсәй. Аш өйҙә, йәғни ҡәрсәй, һурәсәйҙәр яғында ярты иҙәндең күп өлөшөн алып станок ҡуйылған. Был станокта бик күп киндер ептәр үткәрелгән кәрҫ. Әсәй иртәнән кискә тиклем шуның эсендә киндер һуғып ултыра, йә булмаһа, кәзә ҡылынан, иләнгән сепрәктән, йөндән балаҫ һуға. Таңҡ-тоңк киндер һуғып, тоҡтар тегеп, тегелмәгән төктәрҙе атай баҙарға алып китеп һата.
 
Һурәсәй Хәкимә ҡулынан килгән бар эште эшләй. Киндер, сепрәк иләй. Станок гел генә әсәй янында. Берәй еп өҙөлһә (ә был йыш була), ялғай һала. Ул ялғаған арала, әсәй аяҡ-ҡулын ял иттереп ала. Өй эсендә эшләмәгән кеше юҡ! Мин, Мәхүп тәҙрә тупһаһына бәйләп элеп ҡуйылған шешәләрҙе ҡарайбыҙ. Ул шешәләргә тәҙрә быялаһында туңып ирегән боҙ һыуы ағып төшөп тула. Беҙ шул шешәләр һыуын тасҡа түгеп, ҡабат элеп ҡуябыҙ.Ашау-эсеү бер көн беҙҙең яҡта булһа, икенсе көн - ҡәрәсәйҙәрҡәрсәйҙәр яғында була. Урындыҡ тулып, уратып шау-гөр килеп үтә. Бөтә ғәиләғаилә фәҡәт бер ваҡытта ғына иртәнге, төшкө, киске ашау үткәрә. Ваҡытһыҙ бер кем тамаҡ һорамай. Беҙ, бәләкәйҙәргә, бер һыныҡ икмәк, бер туҫтаҡ ҡатыҡ! Эсәбеҙҙә үҙ эшебеҙ менән мәж киләбеҙ, ни етте шулай уйнап үткәрәбеҙ. Ололарҙың – беҙгә, беҙҙең – уларға иғтибар итеү юҡ!
 
'''Мәгәзәй'''
57 юл:
'''Кис ултырыу'''
 
Йәштәрҙең йоҡоһо килмәй. Тын. Матур яҡтыртып күк йөҙөндә ай йөҙә.Төн айлы, яҡты, күңелде дәртләндереп, йәш кешеләрҙе ҡытыҡлаһа ла, бушалайымға (беҙҙең заманда бер ни эшләмәй анда-бында һуҡлығып йөрөүсегә әйтерҙәр ине) урамда йөрөү яҡшы түгел! Аулаҡ өйҙә йыйылған урындар бар. Унда күңелле лә, ҡыҙыҡ та, төрлө эш менән мәшғүлдәр. Шундай өйҙәрҙең береһе - беҙҙеке. ҒәиләҒаилә ҙур булһа ла, беҙҙең ишек һәр кис асыҡ-бикһеҙ.
 
Ауыл йәштәре бик йыш беҙҙең аш өйгә тулалар. Унда күп тапҡыр киңерәк, иркенерәк, ә бит бында киндер, сепрәк балаҫ, кәзә ҡылынан балаҫ, йөндән ирҙәр кейеме сәкмән һуғыу станогы ла тора. Унда минең әсәйем иртәнән алып ҡара кискә тиклем станок эсендә ултырып туҡыма һуға. Ул бик ныҡ арый. Ни тиһәңдә, аяҡ-ҡул гел генә туҡтауһыҙ хәрәкәттә.
 
Өйҙә ут барын күреп, хужалар ихлас ҡаршылап өйгә индереүҙәрен белеп, йәш ҡыҙҙар килеп тула! Барыһына ла урын етә. Ҡайһы кисен егеттәр ҙә тула, әммә уларҙы ла ихлас, һәйбәт ҡаршылап алһалар ҙа, башҡа килеүҙәрен тыйҙылар. Ни сәбәптәндер, әйтә алмайым!
Ҡыҙҙар аяҡ орсоғо менән йөн, дебет, киндер ебе бәйләйҙәр. Ҡабаға бәйләп орсоҡ менән дә шәп иләйҙәр. Өйҙә яҡты: ике кәрәсин шәме эленгән, өсөнсөһө – мейес һикәлтәһендә. Ҡаҙан ҙур, барыһына ла етерлек аш-һыу бешерәләр. Аш ашап, сәй эсеп бер аҙ ял иткәс, тағы шэш башлайҙар.Эш ыңғайында йырлашалар, унан бик төртмәле, көлкөлө таҡмак әйтәләр.Берәм-берәм бейеү башлау өсөн, тәүҙә мине төшөрәләр. Мин тасылдата баҫып ике-өс круг бейейем дә миңә әйтелгән ҡыҙға “ тып” итеп аяҡ баҫам. Башҡалар таҡмаҡлай, ә теге ҡыҙ ихлас, матур итеп бейей. Шулай итеп күңелле йыр-бейеү, эш менән мәшғүл булып ,төн уртаһын ауҙырып ауҙарып,таралышалар.
 
Урамда тағы ла тынлыҡ! Хатта эт тә өрмәй! Йәштәрҙең шағыр-шоғор иткән аяҡ тауыштарынан башғабашҡа ҙур тынлыҡ. Бына ошондай кисәләрҙә мин күп йыр, таҡмаҡтарҙы, әйтелгән ҡыҙыҡ һүҙҙәрҙе отоп алам да икенсе юлы үҙҙәре булып таҡмаҡ әйтеп, бейеп күрһәтәм. Улар ҙа, беҙҙекеләр ҙә йығылып ятып көләләр. Минең өсөн бер ни түгел! Йырлап- бейеп бөткәс, үҙ урыным, һандыҡ янындағы яҫтыҡҡа, ятып торам тигәнсе ,уянып китһәм - таң атҡан!
 
Ә көндәр бер – береһенән айырылмай, бер төрлө үтә бирә. Көҙгө, яҙғы, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғы төндәрәҙәтөндәрҙә, ауыл барлығы ла беленмәй! Тып-тын! Шул ҡараңғыла урындыҡҡа теҙелеп ятабыҙ. Йоҡлап китер алдынан ҡарһүҙ, әкиәт һөйләшәбеҙ. Әкиәттең ҡурҡыныс унындарында юрған аҫтында ҡурҡып дерелдәшәбеҙ! Нимә менән бөтөүен көтөп, юрған-яҫтыҡты мытҡып тотоп, ҡарһүҙҙә батыр еңгәнен белгәс, иркен тын алабыҙ! Шул саҡ ҡаты эш эшләгәндәй, арып, тирләп, бышлығып ятҡаныбыҙҙы һиҙәбеҙ! Шул ҡарһүҙәр иҫтә ҡалмаған. Үҙе бер тарихи яҙма булыр ине! Бик боронғо тормошто күҙҙаллаукүҙаллау булыр ине!
 
'''Ғилмитдин абзый'''
83 юл:
– Нуритдин, Ғилмитдин! Атағыҙ ҡайтты! – тип ҡараңғы соланға ҡысҡырып сығып китте.
 
Тегеләр шундуҡ леберләшеп йүгереп сыҡтылар. Мин тәҙрәнән күҙәтәм: ул арала ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы. Аттарҙы туғарып, лапаҫҡа индереп, тоҡтарҙы келәткә ташынылар. Бөтә ғәиләғаилә ҡайнаша.Аш өйгә тоҡтар индерҙеләр. Беҙҙең яҡҡа индереп ниҙер мейес янына һалған саҡта, иртәгә бүлешерһегеҙ ,тигән һүҙҙе ишеттем. Бөтәһе лә беҙҙең яҡҡа инеп урындыҡҡа теҙелешеп ултырҙылар. Өйҙә тып-тын. Атайҙы көтәләр.
Ишекте ҙур асып тупһанан үтеүе булды, атай тайып китеп иҙәндә һуҙылып ятты. Уның һаҡал-мыйығы, ҡаштары ап-аҡ! Торорға маташа! Туң быймалар итек кеүек шаҡылдап тая! Һис тора алмай! Баҡа кеүек тарбаңлап тибенә. Уға ҡарап хахылдап көлә башланылар! Әсәй барып торғоҙорға итә. Атай баҫа алмай бит! Ҡартәсәй:
– Цы-ы-ыс! Маңҡалар! Дармоедтар! А ну! Торғоҙоғоҙ! Сисендереп урындыҡҡа ултыртығыҙ! – тип бойорҙо.
103 юл:
Был бейеү көйө кис ултырырға килгән кыҙҙар йырлағандан миңә таныш ине. Апай бер аҙ тыңлап торҙо ла, бейей башланы. Уның өр-яңы матур күлдәге күҙ яуын алып тора! Сәстәрен бығаса күрелмәгән формала тараған. Аяғында һары ботинка. Ҡуныстары килеп тороп оҙон! Тубығына етеп тора! Ҡуныстары һары бау менән һырмап алынған да бәйләп ҡуйылған! Ап-аҡ алъяпҡысы сәскәләр менән биҙәлгән. Бейегәндә ҡул барамаҡтары ғәжәп матур, көй ыңғайына шартлап торалар! Ул ике-өс әйләнде лә, Нуритдин абзыйға баҫты.
Абзый шундуҡ һикереп торҙо ла круг яһап бейей ҙә башланы. Уның ныҡ баҫыуынан өй һелкенгәндәй булып китә! Тәҙрә сылтырап китә! Түбә-иҙән таҡталары һелкенә! Элеүле торған ике шәм ныҡ һелкенеүҙән һүнә яҙып сайҡалып ҡуя! Ҡәрсәй уны көс-хәлгә туҡтатып ултырырға ҡушты. Уның аяҡтарында тимер дағалы, оҙон ҡуныслыҡуңыслы шәп итектәр. Өҫтөндә – яңы костюм-салбар. Аҡ кулдәктең яғаһы, түше сәскәле.Күлдәген суҡлы бау менән быуған. Үҙе бейеүҙән ҡара тиргә батты. Йыш тын ала. Башында ҡыялатып кейгән фуражка. Шарт-шорт баҫып урынына барышлай Ғилмитдин абзый алдына һыңар аяҡ менән көслө итеп баҫып китте.
 
Ғилмитдин абзый урынынан торғанда уҡ еңел, етеҙ атлап иҙән уртаһына сыҡты. Уның аяктарында ҡупшы ялтырап торған хром итек, һәр аҙымында шығырлап ҡына торалар. Ҡапыл туҡтап, башын бер яҡҡа ҡыйшайтып ҡаушырған ҡулдары менән иҙән уртаһында кинәт деңк ҡатып ҡалды. Әйтерһең, бағанамы ни! Ни булды?- тип һорауҙарына атайға ҡарамай ғына:
 
– Перовский ,- тине.
Атай дәртле итеп “Перовский”ҙы башланы. Ул түңәрәк яһап “Перовский”ҙы бейене лә урынына атлағайны, ҡәрсәй уны туҡтатып:
 
– Бик аҙ бейенең! Тағы аҙыраҡ бейе әле,- тип бойорҙо.
 
Ғилмитдингә әйтеү менән атайға ла уйна тип ымланы. Ул яңынан дәртле итеп уйнай башланы. Ғилмитдин яңынан –яңы хәрәкәттәр яһап бейеп бөтәһендәбөтәһен дә ғәжәпләндерҙе!
 
– Бына, исмаһам! Унан үрнәк алығыҙ! –тип ҡәрсәй уны арҡаһынан һөйөп алды. Теге сығып китте. Уның артынан барыһы ла эйәрҙе.
118 юл:
'''Ҡурҡыу'''
 
Луғырлап ҡаҙан ҡайнай. Өйгә тәмле бешкән ит еҫе таралған. Әсәй турбаштатүрбашта аш әҙерләп йөрөй. Мин ,урын-ер әйберҙәре өйөлгән һандыҡҡа терәлеп ултырҙым да, атайҙан күҙ алмай уға ҡарайым. Күкрәгенә һалған йыуан, эре бармаҡтары йыбырлап ҡыбырлайҙар, эсе бер күтәрелеп, бер төшә. Салҡанан ятып, башын артҡа ташлаған, һаҡалы тырпайып тора.Яланғас үңәстә ҡуғырлайы тупайып бер түбән, бер өҫкә күтәрелә.
Ауыҙ-ирендәре һис беленмәй, мыйыҡ-һаҡал бөтөнләй ҡаплаған! Ҡалын ҡаш менән сәс араһында маңлайы саҡ ҡына күренә. Шәүләһе бигерәк ҡурҡыныс! Был әллә атай тугелтүгел микән? Теге әкиәттәрҙә, ҡарһүҙҙәрҙәге ен-пәрей, йә булмаһа шайтан, юха түгел микән? – тигән уй килде миңә, ҡурҡышымдан бына-бына ҡысҡырам тигәндә әсәй мине мытҡып алып күтәреп күкрәгенә ҡапландырып йүгерә-атлай барып ишекте тибеп асты ла ҡараңғы соланға:
 
– Барығыҙ ҙа сығығыҙ! Аш беште! – тип ҡысҡырҙы.
Оҙаҡ көттөрмәнеләр тегеләр, инделәр. Ҡул сайыштылар. Атайға тас килтереп урындыҡта сайҙырҙылар. Ҡурайын тәҙрә төбөнә ҡуйҙылар. Мин һаман ғәжәпләнәм: ошо таяҡтан ниндәй матур, күп төрлө тауыштар сығара! Бына бит ниндәй ул атай, оҫта, көслө, әҙәм белмәгәнде үҙе белә! Мин ҡурайҙы беренсе тапҡыр күрҙем һәм тәүгә ишетеп бик аптыраным. Ә шулайҙашулай ҙа, атай -шикле кеше ,тигән уйҙа ҡалдым!
 
'''Ҡунаҡтар'''
131 юл:
– Иртәгәнән ныҡлап әҙерләнәһегеҙ… Мин үҙем йөрөп ҡунаҡ саҡырам. Кискә аш-һыу әҙер булһын! Ә хәҙер – йоҡларға! Ял итегеҙ! Эш күп!
Мин һандыҡ янында янындағы яҫтыҡҡа яттым. Хатта ҡаты йоҡлағанмын! Уянһам, өйҙә берәү юҡ! Ҡояшлы, аяҙ көн!
Кисен әсәйҙең ҡустыһы Сәфәрғәле, ағаһы Нурислам ҡатындары менән, ШакирьянШакирйән ағай еэгәйеңгәй менән, Түбәнге Муйнаҡтан Мусин Сөләймән, Үргауылдан атайҙың еҙнәһе Хөпбөхужа, СахипъямалСәхипъямал инәй, улдары Ихсан Үҙәнбаев, Әбделәхәт Әбдулғужин, тағы кемдәрҙер килеп тулды. Өйҙә шау-шыу, көлкө! Ә миңә бер көлкөлө нәмә юҡ! Түрбашта ултырам. Бер аҙҙан йырлашып та, бейешеп тә алдылар. Был ҡыҙыҡ! Атай ҡурайында ғәжәп шәп уйнай! Аптырайым! Ололарҙың ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ятып торһам, йоҡлап киткәнмен!!!
 
'''Мин йырлайым'''