Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
 
Бер мосафир Мейәс йылғаһы буйынан хаж ҡылырға китеп бара, имеш. Юлында өйөр-өйөр йылҡылар осрай. Был көтөүсенән ул: улым, кемдең йылҡыларын көтәһең, тип һорай. Көтөүсе: шундай байҙың малдарын көтәм, тип яуап бирә. Мосафир уға: Урал тауҙарының көнбайышында, Әй йылғаһы буйында тәбиғәт бик матур. Еләк-емеш күп, бал ҡорттары бал йыя, ҡырағай аттар ҙа көтөүе менән йөрөй, һин шунда кит, тип кәңәш бирә.
 
Көтөүсе, байҙың ҡыҙын урлап, Урал тауҙарын артылып, Әй йылғаһы аша сығып, бик йәмле урман ялансығына килеп урынлаша. Бәләкәй генә өй һалып донъя көтә башлайҙар.
 
Мосафир хажда бик оҙаҡ йөрөп иленә ҡайтҡан ваҡытта әлеге байға килә. Бай ҡайғыһын һөйләй: ҡыҙым юғалды, бик күп йылдар үтте, ти. Мосафир уға: ҡыҙыңды Урал тауҙары аша сығып эҙлә, тип кәңәш итә.
 
Бай ҡыҙын эҙләп сығып китә. Ҡалын-ҡалын урмандар, яландар, шарлап аҡҡан йылғаларҙы үтеп, бер ялансыҡта бәләкәй генә өй шәрәмәтен күреп ҡала. Ул шунда йүнәлә. Кейәү кеше, уны алыҫтан күреп ҡалып, ҡатынына әйтә: «Ҡайным килә ята, ҡаршы сығайым». «Ул бик уҫал,— ти ҡатыны, һин сыҡма, мин сығайым». Кейәү кеше ҡайныһының ҡаршыһына килгәндә, бай уны үлтерә һуға. Ҡыҙын ҡайтырға өндәй. Әммә ҡыҙы ризалашмай. «Балаларым ошонда тыуҙы, ошонда ҡалам», — ти.
 
Уларҙың алты малайы була — Ҡарағол, Ҡалмаҡҡол, Сурағол, Тирмәнғол, Илсеғол һәм Урмнғол. Бына шулар таралып ултырғандан улар исемендәге ауылдар барлыҡҡа килгән.