Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
Көнсығыштағы башҡорт ҡәбиләләре Себер ханлығына буйһонған була.
 
== '''Түбәләҫ ырыуы ҡайһы дәүерҙә килеп ултырған һуң хәҙерге аҫаба ерҙәренә? =='''
 
Бөйөк ғалимыбыҙ '''Әхмәтзәки Вәлиди Туған''' үҙенең «Башҡорттарҙың тарихы» (Өфө, 1994, 40-сы бит) китабында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерә: «1635 йылда урыҫтар, урта Башҡортостанда үҙ хакимлыҡтарын тамам нығытыу өсөн, көнсығыш башҡорттарын ҡул аҫтына алырға тырышты һәм уларҙан ваҡыты-ваҡыты менән ялланған ғәскәр йыйҙы. Себер юлындағы Ҡошсо, Ялан Ҡатай, Салжәвут (Һалйот), Ҡара Табын һәм Әй улыстарын үҙенә ҡаратып, Уралдың көнсығышынан көнбайышына күсергә тырышты. Монгол заманындағы был хаким ҡәбиләләр Күсем улдарына ҡаршы торҙо... Ләкин Күсем улы Абылай солтан, ҡалмаҡтар менән берләшеп, уларҙың көнбайышҡа күсеү юлдарын киҫте, урыҫ тарафын алған ырыу бейҙәрен дә язаланы».
 
был турала '''Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев''' та «Башкиры» тигән әҫәрендә («Ватандаш», № 2, 1998 й., 164-се бит) яҙып сыҡты: «Асади-бей и Шикарлибей жиди в Сибири, в подчинении у ханов Ибака и Шибака, бывших в родстве с Чингиз ханом. Ханы задумали убить обоих бейев. Но человек одного из ханов предупредил их: «Бегите, иначе не уберечь вам своих голов, пропадете зря» Текстан күренеүенсә, былар Табын ырыуы бейҙәре була.
 
Күрәһең, Табындар менән бергә Әй ҡәбиләһе лә һәм уға ингән түбәләҫтәр ҙә ('''* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе — Яҡуп ағай Шәмсетдинов хаталы фекрҙә йөрөнө: Түбәләҫ ырыуын Әйҙеләргә ҡаратты. 2009 йылда Мөрсәлимдә үткән Шәжәрә барамына ҡатыны Кәтибә Кинйәбулатова менән саҡырылғайны. Үҙенең сығышында ла, Түбәләҫ -ул Әйҙе ырыуының бер тармағы тип һөйләне''') хәҙерге биләмәләренә Урал аръяғынан килеп урынлаша. Был сама менән 1640—1650-се йылдарға тура килә.
 
Түбәләҫ ырыуына ошо биләмәләрҙе кем биргән?
Легендаларға ҡарағанда, ошо ерҙәрҙе, йәнәһе, әбей батша биргән. Ҡайһы берәүҙәр Иван Грозный тип тә әйтә. Һәр хәлдә, урыҫ батшалығы башҡорттарҙың көнбайышҡа күсенеүен хуплаған. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн ҙур-ҙур яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә һәм һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары күпләп бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Һилиә, Оло Өйөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсегән. Бына ошо биләмәләрҙе Түбәләҫ ырыуы кешеләре үҙ иткән. Уларға был ерҙәрҙе бер кем дә бирмәгән, үҙҙәре һайлап килеп ултырған. Бәлки, күршеләре Ҡыуаҡан, Ҡаратаулы, Көҙәй ырыуҙары менән һөйләшеп килешкәндәрҙер.
 
== «Түбәләҫ» этнонимы нисек йәбешкән был ырыуға? ==