Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
43 юл:
 
== «Түбәләҫ» этнонимы нисек йәбешкән был ырыуға? ==
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Тажетдин Ялсығолов мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт ханы Иштәк Аму-Даръя буйында йәшәгән. Уның улдары күп булған. Беренсеһе Тамъян, унан Үҫәргән, Күбәләк, Бәкәтүн, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ. Һигеҙенсеһе Дыуан («Ватандаш», № 2, 1998, 165-се бит). Әлбиттә, был легенда Түбәләҫ ырыуы башҡорттарының башҡа ырыуҙар менән берлектә Урта Азиянан килеүе тураһында мәғлүмәт бирә.
 
Түбәләҫ ырыуын төрлө сығанаҡтарҙа төрлө ҡәбилә составына индерәләр. Мәҫәлән, Р. Ғ. Кузеев бер әҫәрендә («Очерки исторической этнографии башкир», Уфа, 1957 г., 55-се бит) Түбәләҫ ырыуын Әйле ҡәбиләһе составына индерә. Шул уҡ автор икенсе әҫәрендә уларҙы («Происхождение башкирского народа», Уфа, 1974 г.) Ҡыуаҡан ҡәбиләһе составына индерә. Күрәһең, Әйлеләр менән Ҡыуаҡандар Түбәләҫ ырыуы биләмәләре менән сиктәш, хатта аралашып китә.
 
Ҡыуаҡан ҡәбиләһе ырыуҙары: Йылан-ҡыуаҡан, Сәғит-ҡыуаҡан, Тау-ҡыуаҡан, Һатҡы-ҡыуаҡан, Ҡырҡ-өйлө-ҡыуаҡан, Түбәләҫ-ҡыуаҡан. Ҡыуаҡан биләмәләре — Һатҡы ҡалаһынан алып Йүрүҙән ҡалаһына тиклем, Яйыҡ, Ағиҙел йылғаларының башланған ерҙәре. Көньяҡтан һәм көнсығыштан Ҡара Табын ырыуы биләмәләре менән сикләнгән. Әхмәтзәки Вәлиди Туған Түбәләҫ ырыуын Әйле ҡәбиләһенә индерә. Әйле ырыуы 113 йорт: түбәләре: Арш, Ялан Әйле, Өпәй, Дыуан, Таз-дыуан, Сызан, Эйәрле, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Ҡаратаулы, Һарт, Түбәләҫ, Сүплеһыҙғы (Әхмәтзәки Вәлиди Туған, «Башҡорттарҙың тарихы», Өфө, 1994, 162-се бит).
 
Әйле ҡәбиләһе Урта Азияла ойоша. Бохара ҡалаһы янында хатта Башҡорт исемле тау бар. Уларҙың Уралға күсенеү ваҡытын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Әммә Әйлеләрҙең VIII—IX быуаттарҙа Арал диңгеҙе тирәләрендә ҡышлауы, Әй, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары баштарында йәйләүҙәре билдәле. Шул урындарҙа әйлеләр Ғуз, Бәжәнәк ҡәбиләләре менән аралашып йәшәгәндәр. Әхмәтзәки Вәлиди Туғндың тырышлығы менән Болғар ханлығына Бағдаттан илселәр килеүе билдәле булды. Илселәр сәркәтибе Ибн Фаҙлан бик күп әһәмиәтле мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған (922 йылдар тирәһе). Улар, илселәр, Бохаранан сыҡҡас, Ғуз (Оғуз), унан Бәжәнәк (Печенег) ҡәбиләләрен осрата. Төньяҡтараҡ, Арал диңгеҙен үткәс, Кинел йылғаһы тирәһендә башҡорттарҙы осрата. Уның яҙыуы буйынса, башҡорттар бик уҫал, ҡыйыу ҡәбилә була. Улар янынан бик һаҡлыҡ менән үтәләр. Бәлки, ошо ерҙәрҙә Ибн Фаҙлан Әйле ырыуҙарын осратҡандыр.
 
«» <poem> </poem> == == —