Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
84 юл:
 
Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар «законлаштырып» тартып ала. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә.
 
1763 йылдың майында Түбәләҫ ырыуы ерҙәрен арендаға (ҡортомға) биреү тураһында документ төҙөлә (юғарыла күрһәтелгән китап, 259-сы бит). ошо документ буйынса юғрыла күрһәтелгән ер биләмәләре сигенән тыш өҫтәлмә ерҙәр ҡуртымға бирелә. '''Бында инде хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡатау-Иван районында урынлашҡан Түбәләҫ ауылы ингән.''' Бәлки, заманында ул башҡорт ауылы булғандыр. Урыҫтар баҫып алғас Түбәләҫ исемле урыҫ ауылы барлыҡҡа килгән. Тиктәҫкә урыҫтар үҙҙәренең ауылына башҡорт исеме ҡушмаҫ. Шуныһы ғәжәп, һатып алырлыҡ ер булмағас, ҡортомға бирелә. Бының өсөн заводсы Твердышевтар йәмғеһе йылына 120 һум, йылына ике һум аҡса түләй. 10 һум биреп, 5 йылға алдан уҡ түләп тә ҡуя беҙҙең «мәрхәмәтле» түрәләр Твердышев һәм Мясниковтар.
 
Документта күрһәтелгәнсә, килешеү ҡағыҙын урыҫса килтерәбеҙ.
«... Начиная первую межу от горы Башташ и от межи Кара-Таулинской волости башкирцев и итти к горе Юкали подле бывшей нашей земли, которая нами и нашими родственниками продана асессорам Твердышеву и Мясникову и дошед до горы Юкалы подле бывшей же нашей земли до отводной Катав-Ивановскому заводу линии до вершины речки Кашердак-куак, и дошед до отводной линии поворотить налево и итти... до речки Улаир... итти до горы Башташ и до земли Кара-Тавлинской волости башкирцев».
 
Бына ошо ике тарихи документ Түбәләҫ ырыуына бәйле бик күп мәғлүмәт бирә.
1. Документтарҙа старшина, йөҙ башы, рядовой тигән төшөнсәләр бар. тимәк, башҡорттар был ваҡытта хәрби хеҙмәттә булған.
2. Беренсе документта рядовой Илсекәй Биктуғанов, икенсеһендә Ҡалмаҡҡол Кәлти(к)нов күрһәтелгән. Хәҙерге Илсекәй, Ҡалмаҡҡол ауылдары шуларҙың исемн йөрөтә тип әйтә алабыҙ.
3. Башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡ итеү маҡсатында, әбей батша Анна Иоановна 1736 йылдың февралендә — дворяндарға, офицерҙарға һәм мишәрҙәргә башҡорт ерҙәрен һатырға рөхсәт итеү тураһында Указ сығара. Ошо Указ нигеҙендә башҡорт ерҙәрен төрлө махинациялар менән тартып алыу башлана.
 
Күреүебеҙсә, Йүкәле һәм Башташ тауҙары араһында хәҙерге ваҡытта Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла урынлшҡан. Кем үҙенең ризалығы менән ултырған ерен бирһен?
 
Ерҙәрҙе ҡортомға биргәндән һуң, иң уңдырышлы, бай тупраҡлы, тигеҙ ялан ерҙәре урыҫтар ҡулына күсә. Улар ошо уңдырышлы ерҙәрҙә утарҙар төҙөй башлай. Тирмән ауылы тирәләй Весна, Свобода (Слобода тип йөрөтәләр), Головская исемле өс утапр барлыҡҡа килә, унан 4 саҡырым алыҫлыҡта Покровка тигән ауыл ҡалҡып сыға. Илсекәй ауылы тирәләй Башташ һәм Жилов утарҙары урынлаша, Ҡарағол ауылынан 4 саҡырым алыҫлыҡта Түбәләҫ тигән урыҫ ауылы барлыҡҡа килә. Шуныһы ғәжәп, ошо утарҙар башҡорт ауылдарынан 1-2 саҡырым алыҫлыҡта ғына урынлаша. Тимәк, ярым күсмә тормош кисергән башҡорттар өсөн күпләп мал тоторға мөмкинселек ҡыҫыла.
 
1930 йылдарҙа крәҫтиән хужалығын коллективлаштырыу осоронда ошо утар крәҫтиәндәрен кулак итеп алып китеп бөттөләр. Утарҙарҙың күбеһе юҡҡа сыҡты.
 
Аҫаба башҡорт ерҙәрен талау бер Түбәләҫ ырыуында ғына күҙәтелмәй. Ул бөтә Башҡортостан буйынса бара.
Мәҫәлән, шундай уҡ алдаҡ юл менән Шайтан-Көҙәй улысы башҡорттарының ерҙәрен тартып алаларһәм Эҫем заводын төҙөй башлайҙар. Улыс старшинаһы Юлай Аҙналин был алдаҡ хәл менән килешә алмай. 1766 йылдан башлап, Твердышев менән судлаша башлай, урыҫ властарының юғары даирәләренә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Һөҙөмтәлә, уны улы Салауат менән, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, таш зинданға ярты йыылға ултыртып ҡуялар һәм 600 һум штраф һалалар (Әкрәм Бейешев, «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше». Өфө, 1993 й. 98-се бит)
 
Хөрмәтле уҡыусым, һеҙ электричкала барғанда, Иглин менән Таутөмән араһында Лемезы (Ләмәҙе) разъезын үтәһегеҙ. Заманында ул