Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
104 юл:
Мәҫәлән, шундай уҡ алдаҡ юл менән Шайтан-Көҙәй улысы башҡорттарының ерҙәрен тартып алаларһәм Эҫем заводын төҙөй башлайҙар. Улыс старшинаһы Юлай Аҙналин был алдаҡ хәл менән килешә алмай. 1766 йылдан башлап, Твердышев менән судлаша башлай, урыҫ властарының юғары даирәләренә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Һөҙөмтәлә, уны улы Салауат менән, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, таш зинданға ярты йыылға ултыртып ҡуялар һәм 600 һум штраф һалалар (Әкрәм Бейешев, «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше». Өфө, 1993 й. 98-се бит)
 
Хөрмәтле уҡыусым, һеҙ электричкала барғанда, Иглин менән Таутөмән араһында Лемезы (Ләмәҙе) разъезын үтәһегеҙ. Заманында ул Ҡобау улысы башҡорттарының үҙәге булған. Унда Юлай Аҙналин старшиналыҡ хеҙмәтен үтәгән. 1770 йылдың 24 майында Ҡобау улысы башҡорттарының шул уҡ завод хужалары Твердышевҡа һәм Мясниковҡа ер һатыуы тураһында документ әүәләнә. («Материалы по истории Башкирской АССР», том IV, Москва, 1956 г., 345-се бит). Унда: «..Кубовской волости, команды Юлая Азналина, деревни Кубово поверенные той деревни...» фамилиялары һанап үтелә, бөтәһе 34 кеше. Документ буйынса, Зигәлгә тауы, Ямантау, Бәләкәй Инйәр йылғаһы сыҡҡан ерҙән Ағиҙел йылғаһы башына тиклем, унан Ирәмәл тауына тиклемйәйрәп ятҡан ерҙәр һатылған булып сыға. Уйлап ҡараһаң, хәҙерге Башҡортостандың 10-15 процент майҙаны бер документ нигеҙендә тартып алына. Бында «ер һатыу» алдаҡлығы ярылып ята. Бәләкәй генә Ҡобау улысы башҡорттары ни тиклем ҙур майҙанды биләгән.
Хөрмәтле уҡыусым, һеҙ электричкала барғанда, Иглин менән Таутөмән араһында Лемезы (Ләмәҙе) разъезын үтәһегеҙ. Заманында ул