Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
55 юл:
Ҡәбилә башында бейҙәр торған. Улар дәрәжәһе буйынса ханға тиң. Тарихтан билдәле булыуынса, бөйөк Сыңғыҙ хандың атаһы Есүгей Бурджигин ырыуының ханы булған. Ырыу йылъяҙмаһында Әйле ҡәбиләһе ханы Сәйҙәш бей тураһында мәғлүмәт бар. Тылсымлы Урал буйҙарына үҙ ҡәбиләһен ул алып килә. Ул Әй йылғаһының башланған ерендә ерләнгән (Башҡорт шәжәрәләре, 171-се бит).
 
== '''Түбәләҫ ырыуы биләмәләренең сиктәре''' ==
Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилиә (Сулея) ҡасабаһынан алып, көнбайышҡа, Йүрүҙән йылғаһына, тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр көҙәй ырыуы (Яхия, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Ҡатау-Иван (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: хата — Оло Ҡытау), Ҡатау-Тамаҡ ерҙәре менән сикләнгән.
 
104 юл:
Мәҫәлән, шундай уҡ алдаҡ юл менән Шайтан-Көҙәй улысы башҡорттарының ерҙәрен тартып алаларһәм Эҫем заводын төҙөй башлайҙар. Улыс старшинаһы Юлай Аҙналин был алдаҡ хәл менән килешә алмай. 1766 йылдан башлап, Твердышев менән судлаша башлай, урыҫ властарының юғары даирәләренә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Һөҙөмтәлә, уны улы Салауат менән, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, таш зинданға ярты йыылға ултыртып ҡуялар һәм 600 һум штраф һалалар (Әкрәм Бейешев, «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше». Өфө, 1993 й. 98-се бит)
 
Хөрмәтле уҡыусым, һеҙ электричкала барғанда, Иглин менән Таутөмән араһында Лемезы (Ләмәҙе) разъезын үтәһегеҙ. Заманында ул Ҡобау улысы башҡорттарының үҙәге булған. Унда Юлай Аҙналин старшиналыҡ хеҙмәтен үтәгән. 1770 йылдың 24 майында Ҡобау улысы башҡорттарының шул уҡ завод хужалары Твердышевҡа һәм Мясниковҡа ер һатыуы тураһында документ әүәләнә. («Материалы по истории Башкирской АССР», том IV, Москва, 1956 г., 345-се бит). Унда: «..Кубовской волости, команды Юлая Азналина, деревни Кубово поверенные той деревни...» фамилиялары һанап үтелә, бөтәһе 34 кеше. Документ буйынса, Зигәлгә тауы, Ямантау, Бәләкәй Инйәр йылғаһы сыҡҡан ерҙән Ағиҙел йылғаһы башына тиклем, унан Ирәмәл тауына тиклемйәйрәп ятҡан ерҙәр һатылған булып сыға. Уйлап ҡараһаң, хәҙерге Башҡортостандың 10-15 процент майҙаны бер документ нигеҙендә тартып алына. Бында «ер һатыу» алдаҡлығы ярылып ята. Бәләкәй генә Ҡобау улысы башҡорттары ни тиклем ҙур майҙанды биләгән. Старшина Юлай Аҙналин 1770 йылда «ер һатыу»ҙа ҡатнаша. 1773 йылда ул шул ерҙәр өсөн Пугачев ихтилалында актив ҡатнаша. Иҫ китмәле хәл! Былар башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡҡа сығарыу өсөн төҙөлгән документ, әлбиттә.
 
== Түбәләҫ ырыуы ауылдарының барлыҡҡа килеү осоро ==
Ауылдарҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ ҡына билдәләп булмай һәм ул мөмкин дә түгел. Тәү башлап берәү бәләкәй генә өй һалып сыға, унан икенсеһе, өсөнсөһө килеп ултыра. Ауыл шулай башланып киткәндер.
 
Шулай ҙа Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла властарға төрлө ваҡытта билдәле була.