Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
145 юл:
 
Ҡарағол ауылы бөтәһенән дә алдараҡ барлыҡҡа килгән тип әйтә алабыҙ. Быны юғарыла күрһәтеп үтелгән «Иҫке ҡыштау» топонимы лә дәлилләй. Сөнки ул Ҡарағол ауылына иң яҡын урын. Алты ауылда хәҙерге заманда көн итеүселәр ошо урындан таралыуы бик ихтимал.
 
Илсекәй, Ҡалмаҡҡол ауылдарының теркәлеү ваҡыты Илсекәй Биктуғанов, Ҡалмаҡҡол Кәлтин(к)ов йәшәгән дәүер менән тап килә. Уларҙың исемдәре ер "һатҡан" һәм "ҡортомға" биргән документтарҙа бар. Пугачёв ихтилалында Имәнғол Сүрәкәевтың ҡатнашҡаны билдәле. Тимәк, Илсекәй, Ҡалмаҡҡол һәм Сүрәкәй ауылдары ошо шәхестәр исемен йөрөтә.
 
== Түбәләҫ ырыуы халҡының азатлыҡ өсөн көрәше ==
1735 йыдың авгусында Барын-Табын ырыуы батыры Йосоп Арыҡов менән Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнурысов Юғарғы Яйыҡ нығытмаһынан 30 саҡырым алыҫлыҡта буласаҡ Орск нығытмаһына китеп барған йөктө туҡтаталар. Баш күтәреүселәр обозды ла, Яйыҡ нығытмаһын да ҡамакуҙа тоталар. Тик Себерҙән Драгун полкы һәм Кирилловтан махсус хәрби отрядтар килгәс кенә ҡамауҙы өҙәләр («История Башкортостана с древнейших времён до 60-х годов XIX века», 233-сө бит).
 
1773 йылда Пугачёв, Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкселегендәге ихтилалда Түбәләҫ ырыуҙары ла ҡатнаша: Илсекәй ауылынан Әбдеш (Ғәбдрәшит) Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов — старшина, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Күсәбаев), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Бикҡол Тәүешев; Сүрәкәй ауылынан Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғоло; Ҡарағол ауылынан — Ишембәт Иҫән(к)әев.
 
Былар бөтәһе лә Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған.
Ошо шаһиттар Эҫем заводын яулап алып яндырғанда, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоуҙа ҡатнашҡан булған. Улар Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкселегендә Эҫем заводын яулап алыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Әммә Салауат Юлаевтың һәм Юлай Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һрауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек», — тип яуап бирәләр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй.
== Уҡыу — уҡытыу эштәре ==
Революцияға тиклем ауыл балалары муллалар ойошторған мәктәптәрҙә белем алған. Мәктәптәр бөтә ауылда ла булмай. Ҡалмаҡҡолда 1910-сы йылдарҙа Ҡарағол ауылы муллаһы Ғөбәйҙуллин Абдулла тарафынан асылған мәктәп эшләй. Ул үҙе, Ҡазан мәҙрәсәһен тамамлап, тыуған ауылына, ҡарағолға, мулла булып ҡайта. 1913—1914 йылдарҙа ни сәбәптәндер мәктәп Лаҡлы ауылына күсә.
 
Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ауылдарҙа башланғыс мәктәптәр асыла. Олоар өсөн киске уҡыуҙар ойошторола, быныһы инде ликбез (ликвидация безграмотности) тип аталды.
 
Ҡалмаҡҡолда, Тирмәндә 4 синыфлыҡ мәктәп асылды. Ҡалған ауылдарҙа — Ҡарағолда, Илсекәйҙә, Урмансыла, Сүрәкәйҙ! өс синыфлыҡ мәктәптәр эшләне. Өсөнсө синыфты тамамлағас, балалар Ҡалмаҡҡолда дүртенсене бөттө. Унан, теләгәндәр, Лағыр ауылына барып, етенсе синыфҡа тиклем уҡыны. Лағырҙағы мәктәп ШКМ (школа крестьянской молодёжи) тип аталды. Әйтеүе генә еңел, 11-12 йәшлек балалар 25 саҡырым Лағыр ауылына барып, аҙна һайын ҡайтып йөрөнөләр. Ҡайтмаҫ инең, ашарға алып килер кәрәк. Ул заманда машина тигән нәмә юҡ, тик йәйәүләп йөрөйһөң.
 
1935 йылда Тирмән ауылында 7-се синыфҡа тиклем тулы булмаған урта мәктәп асылды. Түбәләҫ ырыуының бөтә ауылдарынан да балалар шул мәктәпкә ағылды. Балалар туған-тыумасаларында ятып уҡыны. Ҡарағол, Ҡалмаҡҡол ауылдары балалары өсөн колхоз ат биреп ҡуйҙы. Улар көн һайын ат менән ҡайтып йөрөнөләр.
 
Хәҙерге ваҡытта Түбәләҫ ырыуының дүрт ауылында (Ҡалмаҡҡол, Тирмән, Урмансы, Илсекәй) 9-11 йыллыҡ мәктәптәр уңышлы эшләп килә. Ҡалған ике ауылда — Ҡарағол, Сүрәкәйҙә өс йыллыҡ ҡына мәктәптәр эшләй. '''(* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: 2010 йылға саҡлы Сүрәкәй, Ҡарағол аҙ коплектлы башланғыс мәктәптәре, 2015 йылда — 40 йыл буйы эшләп килгән Илсекәй төп мәктәбе ябылды, башланғыс мәктәп кенә Мөрсәлим урта мәктәбе филиалы булып ҡалды. Башҡорт ауылы Урмансыла урта мәктәп бөтөрөлөп, төп мәкәтп булып ҡалдырылды, йәғни татар ауылы Лаҡлылағы урта мәктәп филиалы тип йөрөтөлә. Был төптө дөрөҫ түгел)'''
 
«» <poem> </poem> == == —