Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
176 юл:
Түбәләҫ ырыуы биләмәләрендә алюмин рудаһы — боксит табыла. 1930-сы йылдарҙа уны сығарыу башлана. Аҡрынлап Первомайский исемле ҡасаба барлыҡҡа килә. Хәҙер унда төрлө милләт кешеләре йәшәй.
 
Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла күҙгә күренеп үҫә. Һәр ауылда мәктәп, культура усаҡтары бар. Ҡалмаҡҡол (* Мөрсәлим) ауылы ҡасаба статусына эйә. Унда тимер юл станцияһы, ит комбинаты, эзбиз заводы, төҙөлөш материалдары комбинаты, лесничество һәм 30 урынлыҡ дауахана урынлашҡан '''(* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: 1970-се йылдар аҙағында асылып, гөрләп эшләгән Мөрсәлим ит комбинаты 2000-се йылдар башына бөтөрөлдө. 2000-се йылдарҙың тәгетәүге тиҫтә йылында «Башкиравтодор» предприятиеһының Мөрсәлим филиалы эш башланы; күрше Һилиә нефть базаһы юҡҡа сыҡһа ла, Мөрсәлим нефть базаһы әлегә һаҡланып ҡалған. 2009 йылда БР-ҙың тәүге Президенты Мөрсәлим урта мәктәбенең яңыртылған бинаһын һәм үҙгәртеп ҡоролған Мөрсәлим участка дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты; 2019 йылда БР Башлығы Радий Хәбиров хуплауы менән Мөрсәлим мәҙәниәт һарайы сафҡа инде. Шулай уҡ Башҡорт Илсекәйендә яңыса ФАП бинаһы ҡалҡып сыҡты)'''
 
XXI быуатҡа аяҡ баҫҡанда, ырыуҙаштарым юғалып ҡалмаҫ, һан яғынан артыр, рухи яҡтан аң-белемгә ынтылыр тигән өмөттә ҡалам.