Ырыуым — Түбәләҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
172 юл:
1934 йылда һәр бер ауылда айырым колхоз ойошторола. Ҡарағолда «Урожай» колхозы, рәйесе — Ҡорман Ғарипов, Ҡалмаҡҡолда — «Путь социализма», рәйесе — Ғәлимйән Ишбирҙин, Илсекәйҙә «Башташ» колхозы, рәйесе — Абдулла Ғафаров (* бронь булған көйө, үҙе теләп һуғышҡа китә, һәләк була. 6 балаһы етем ҡала). Башташ утарында (хәҙер — Урыҫ Илсекәйе) — «Крупская» колхозы, рәйесе — Болышев. Был утар — Илсекәйҙән ике генә саҡырымда урынлашҡан урыҫ ауылы. Тирмән ауылы шул көйөнсә ҡала (*Ишбирҙин исемендәге колхоз булып). Урмансы үҙе бер колхоз була. Уның тураһында мәғлүмәт юҡ. (* Урмансыла — «Шишмә» колхозы була, рәйесе — ?.. Мөхәмәтйән, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була).
 
1958-се йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү (укрупнение) процесы башлана. Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсекәй ауылдары һәм Башташ утары берләштерелеп, XXI партсъезд исемле колхоз төҙөлә. Урмансы ауылы йәнәш ятҡан Лаҡлы ауылындағы Хамматов исемендәге колхозға ҡушыла. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урмансылар үҙҙәре бер башҡа (* элеккене яңыртып) «Шишмә» колхозын ойоштора. Тирмән ауылында ла (* тәүҙәэлек тә Киров исемендәге колхоз ине) ла үҙгәрештәр була. Ул хәҙер Киров исемендәге крәҫтиән хужалығына әйләнгән.
 
Түбәләҫ ырыуы биләмәләрендә алюмин рудаһы — боксит табыла. 1930-сы йылдарҙа уны сығарыу башлана. Аҡрынлап Первомайский исемле ҡасаба барлыҡҡа килә. Хәҙер унда төрлө милләт кешеләре йәшәй.