Йырҙарҙа — халыҡ тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл:
* күмәк сәхнәлә ҡатнашыусы егет-ҡыҙҙар
* балалар
'''Йыһазландырыу''':
'''йыһазландырыу'''
— Милли кейем, ҡурай, ҡумыҙ, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс, милли аш-һыу өлгөләре;
— кинокадрҙар: Фәйзи Ғәскәровисемендәге Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленең «Шишмә» бейеүе;
— «Кинйә» нәфис фильмынан яу күренештәре;
— экранда ҙурайтылған һүрәттәр.
'''Музыкаль биҙәү''':
— Башҡорт халыҡ йырҙары:
— «Азамат», «Урал»,
— «Еҙ үксә» көйө
— бейеү таҡмаҡтары
 
'''I күренеш'''
''Ҡурайҙа «Сыңрау торна» көйө яңғырай. Экранда егет атта сабып уҙа.''
'''1-се алып барыусы''' (''хисләнеп''). Борон Урал аръяғында бик данлыҡлы, көслө батыр йәшәгән. Барыр ергә минутында алып барып еткергән күк толпары ла булған. Тирә—йүндә унан да зирәгерәк, аҡыллыраҡ кеше табылмаған. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә әҙер торған, иленә килгән яуҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ер—һыуын дошманға һис бирмәгән, ти ул.
 
''Артҡы планда ҡылыс алышы һүрәтләнә. Бер аҙҙан дошман ҡурҡып ҡаса. Буранбай ташҡа баҫып «Азамат» көйөн ҡурайҙа һыҙҙыра.
Экранда — шат ата-әсә йылмая, ҡыҙҙары Нәркәс, күбәләктәй талпынып, ҡулдарын сәпәкәйләй''
 
'''II күренеш'''
'''2-се алып барыусы'''. Был батыр өйләнеп, байтаҡ ғүмер йәшәгәс, бик көттөрөп, уларҙың улдары тыуа.
'''Кендек инәй''' (''ҡулында йүргәккә төрөлгән бәпес''): Сөб(е)хан-алла, Сөб(е)хан-алла! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам, имен-аман бәпес тыуҙы, аллаға шөкөр!
<poem>''Уңын бир! Ағзаң теүәл булһын!
Йүнен бир! Аҡылың теүәл булһын!
Йүнен бир! Изге бала булһын!
Батыр ҡусты булһын!
Балаһы бар — маҙаһы бар,
Бер уҫлаптай улы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Әҙәм төҫлө йөҙө бар.''</poem>
— Нәркәс ҡыҙым, кил әле, бәпестең аяғына ҡара әле. ''(Нәркәс, йүгереп килеп, ҡустыһының аяғын ҡарай) ''. Ә хәҙер йөҙөнә ҡара. Был һинең ҡустың, исеме Азамат булыр. ''(Нәркәс ҡустыһының уң ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләй, атаһы улының маңлайына ҡором һөртә.)''
'''Барыһы бергә''':
<poem>''Тфү, тфү күҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.''</poem>
 
'''III күренеш'''
''Экранда бәпестең дүрт тағанлап атларға өйрәнгән, сыбыҡ ат өҫтөндә сапҡан мәлдәре күрһәтелә''
'''3-сө алып барыусы'''. Балаҡай ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә.
''Көрәш майҙанында 15-16 йәшлек Азамат дуҫы Алтынсура менән көс һынаша. Ситтән хуплау тауыштары ишетелә.''
— Бына ул еңеүсе! ''Азамат, ғорурлвнып, таҫтамал тотҡан уң ҡулын күтәрә.)''
'''Аҡһаҡалдар''' ''(бер тауыштан)'' Афарин! Атаһынан да уҙҙыра был егет!
 
''Экранда йәмле тәбиғәт ҡосағында егет ҡулайҙа уйгай''
'''1-се алып барыусы'''. Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ла ҡарағанда көслөрәк, мәргәнерәк була. «Атанан күргән — уҡ юнған», тигәндәй, уның шәп ҡурайсы булараҡ та даны тарала.
 
'''IV күренеш'''
''Экранда яҙғы сауҡалыҡ, елгә сайҡалған ҡайындар араһында ҡоштар һайрай.''
 
V VI VII VIII IX X
 
 
«» <poem> </poem> == == —
Юл 19 ⟶ 67:
 
 
'''Сығанаҡ''': ''М. Ф. Абдуллина (Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы уҡытыусыһы). «Йырҙарҙа — халыҡ тарихы» (Башҡорт халыҡ риүәйәте «Сыңрау торна»ны сәхнәләштереү). 2015 йыл, 7-се һаны, 621-65 бб.''