Йырҙарҙа — халыҡ тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
84 юл:
'''Алтынсура'''. Таныш булығыҙ! Был Урал армыттарындағы Таулыҡай ауылы егете Азамат батыр булыр.
 
'''Азамат'''. Хәйерле кис, тиҫтерҙәрем!
VI VII VIII IX X
 
''Ауыл йәштәре ҡурай көйөнә таҡмаҡ әйтә.
<poem> Уйын уйнау — ҡор түгел,
Йәш-елкенсәк йолаһы.
Ситтән килгән был егет —
Йыраҡ илдең мырҙаһы.
Ил аралар ир килгәс,
Уйнап-көлмәй китерме?
Уйлап килгән дәрттәрен
Сәсмәй, бойоҡ итерме?</poem>''
 
''Азамат итәғәтле йылмайып баш эйә һәм күптән инде оҡшатып йөрөгән ҡыҙын, Заһиҙәне, ҡулындағы ҡулъяулығынан тотоп, бейергә саҡыра. Һылыу Заһиҙә менән «Еҙ үксә» көйөнә уртаға сығып бейейҙәр''
 
'' <poem> — Ил аралап килгәнһең,
Ат тирләтеп елгәнһең.
Алыҫ ерҙәге һылыуҙы
Әллә төштә күргәнһең?
— Таҡыя баш ҡурайҙар
Урманда үҫә икән,
Был икәү ҙә ҡурайҙың
Көйөнә баҫа икән.
Батыр тыумаҫ ер булмаҫ,
Ыласын тотмаҫ ир булмаҫ.
Мәргән булып дан алһа,
Ҡыҙ арбамаҫ ир булмаҫ.
Әйҙә ҡушлап бейегеҙ,
Күргән кеше таң ҡалһын.
Был икәүҙең күңелдәре
Һөйөшә икән, тиһен.</poem>''
 
'''VI күренеш'''
 
''Азамат менән Заһиҙә ҡулға-ҡул тотоношоп баҫып торалар ҙа бер аҙҙан теләр—теләмәҫ кенә айырылып китәләр.
 
«Каруанһарай» төркөмө башҡарыуында «Сыңрау торна» моңо яңғырай''
 
'''1-се алып барыусы'''.
 
Таң менән аты эргәһенә яҡынлашҡан Азамат ғәжәп моңло тауыш ишетеп туҡтап ҡала. Ул, сихри моңға хозурланып тора торғас, түҙемлеге бөтөп, йүгерә—атлай моң килгән яҡҡа ашҡына. Серле моң сығанағына яҡынлашҡас, егет ҡыуаҡ аҫтына боҫа.
 
'''2-се алып барыусы'''
 
Аҡлан уртаһында күк торна моңло тауыш сығарып сыңрай, бер төркөм торна йырға ҡушылып, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға, уның тирәләй әйләнә.
 
'''VII күренеш '''
 
''3-сө алып барыусы''.
 
Азамат сихри моңдо отоп алғансы оҙаҡ ҡына тыңлап тора, шунан, көй онотолоп ҡуйғансы тип, уҡтай тыуған ауылына атыла. Ҡайтып еткәс, ҡурайын ҡудына алып, торналар сыңрауын хәтерләткән моңдо һуҙып ебәрә. ''Тауышҡа халыҡ йыйыла. Олоһо — йәше, бала — сағаһы моңдо хайран ҡалып тыңлай.)''
 
'''Аҡһаҡал'''. Бындай ғәжәп көйҙө ҡайҙан өйрәндең, әллә үҙең уйлап сығарҙыңмы?
 
'''Азамат'''. Юҡ, олатай! Мин уны торналарҙан оттом... ''Шул мәл халыҡ гөж килә башлай.)''
 
'''VIII күренеш'''
 
'''1-се алып барыусы'''. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Азамат атаһы янына килеп ишеткән—күргәнен түкмәй—сәсмәй һөйләп бирә.
 
'''Буранбай'''. Дөрөҫ әйтәләр, улым, шундай һынамыш бар: сыңрау торна уйнаған ерҙә илгә ҡаза килер, тигән боронғолар. Изге торналар беҙҙе
 
VI VII VIII IX X