Йырҙарҙа — халыҡ тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
158 юл:
 
'''3-сө алып барыусы''' Яу баҫылғас, ырыу бер нисә көн буйы байрам итә. «Азамат батыр — ил батыры », тип оран һалалар.
Шул ваҡыттан алып торналар тауышына оҡшаған моңдо «Сыңрау торна» көйө тип йөрөтәләр. Ә алыш барған ергә Яугүл тип исем бирәләр. Уның икенсе атамаһы — Ҡолтабан. Ул баймаҡ районында, Сибайҙан 10—15 саҡрым көньяҡта ята.
 
''Экранда Рәми Ғарипов портреты (1932—1977''
 
'''1-се алып барыусы'''
<poem> </poem> == ==
— Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов, «Сыңрау торна» көйөнә тетрәндергес һүҙҙәр ижад итеп, халҡыбыҙ моңона быуаттарҙан—быуаттарға етерлек мәңгелек ғүмер юраны.
 
'''Йомғаҡлау'''
«Урал» «»
 
Ата—бабаларыбыҙҙың тарихи хәтерен мәңгеләштереүҙә йырҙарҙың әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Уйлап ҡараһаң, күпселек йырҙарҙың тәбиғәте образлы рәүештә тарих һөйләүгә, мәғлүмәт биреүгә «көйләнгән». Шуға ла бындай йырҙарҙы «йыр-риүәйәт», «йыр-легенда» тип атарға була. Ғәҙәттә, йыр-риүәйәттәрҙең, йыр-легендаларҙың хикәйәләү өлөшө йырсы йә ҡурайсы тарафынан йыр йырланыр алдынан йә аҙағынан һөйләнелә. Һирәкләп йыр куплеттары араһында хикәйәләүгә күсеп китеү осраҡтары ла булғылай.
'''Сығанаҡ''': ''М. Ф. Абдуллина (Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы уҡытыусыһы). «Йырҙарҙа — халыҡ тарихы» (Башҡорт халыҡ риүәйәте «Сыңрау торна»ны сәхнәләштереү). 2015 йыл, 7-се һаны, 621-65 бб.''
 
Сыңрау торналарҙың ҡуврғыусы ҡош булырп иҫәпләнеүе, шунлыҡтан башҡорттарҙың уларға табыныуы хаҡындағы мәғлүмәттәр, мәҫәлән, X быуаттың башына ҡараған Ибн— Фаҙлан яҙмалары буйынса ла билдәле: «Торналар — беҙҙең Раббыбыҙ: улар беҙҙең дошмандарыбыҙҙы ҡасырға мәжбүр итте, — тиҙәр башҡорттар, — шуға ла улар торналарға табына.» Ә табыныу ҡошон үлтереү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
 
Теләү ырыуы башҡорттарының элек туй, мәжлестәр барышында «торна» бейетеү йолаһы щулай вуҡ был ҡошто ырыу үрметеүсе, кешеләргә ырыҫ килтереүсе йән эйәһе итеп ҡарауҙарына бәйле. Ҡош ҡиәфәтенә инеү таяҡҡа беркетелгән ағас торна башы һәм, эсен тышҡа әйләндереп, бейеүсенең иңенә һалынған аҡ толоп йәки тун ярҙамында атҡарылған.
 
Ғөмүмән, тәбиғәт менән кеше берҙәмлегенең бөйөк фәлсәфәүи мәғәнәһен һәр быуын кешеләренә иҫкәртеп тороуҙа уларға тиң тағы нимә бар?!
 
 
<poem> </poem> == == «Урал» «» —
 
'''Сығанаҡ''': ''М. Ф. Абдуллина (Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы уҡытыусыһы). «Йырҙарҙа — халыҡ тарихы» (Башҡорт халыҡ риүәйәте «Сыңрау торна»ны сәхнәләштереү). «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 2015 йыл, 7-се һаны, 62162-65 бб.''