Йырҙарҙа — халыҡ тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
30 юл:
{{rem| Ҡурайҙа «Сыңрау торна» көйө яңғырай. Экранда егет атта сабып уҙа.}}
 
'''{{razr|1-се алып барыусы''' }}(''хисләнеп''). Борон Урал аръяғында бик данлыҡлы, көслө батыр йәшәгән. Барыр ергә минутында алып барып еткергән күк толпары ла булған. Тирә—йүндә унан да зирәгерәк, аҡыллыраҡ кеше табылмаған. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә әҙер торған, иленә килгән яуҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ер—һыуын дошманға һис бирмәгән, ти ул.
 
{{rem|Артҡы планда ҡылыс алышы һүрәтләнә. Бер аҙҙан дошман ҡурҡып ҡаса. Буранбай ташҡа баҫып «Азамат» көйөн ҡурайҙа һыҙҙыра.
37 юл:
'''II күренеш'''
'''{{razr|2-се алып барыусы'''.}} Был батыр өйләнеп, байтаҡ ғүмер йәшәгәс, бик көттөрөп, уларҙың улдары тыуа.
 
'''Кендек инәй''' (''ҡулында йүргәккә төрөлгән бәпес''): Сөб(е)хан-алла, Сөб(е)хан-алла! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам, имен-аман бәпес тыуҙы, аллаға шөкөр!
58 юл:
{{rem|Экранда бәпестең дүрт тағанлап атларға өйрәнгән, сыбыҡ ат өҫтөндә сапҡан мәлдәре күрһәтелә}}
 
'''{{razr|3-сө алып барыусы'''.}} Балаҡай ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә.
''Көрәш майҙанында 15-16 йәшлек Азамат дуҫы Алтынсура менән көс һынаша. Ситтән хуплау тауыштары ишетелә.''
— Бына ул еңеүсе! ''Азамат, ғорурланып, таҫтамал тотҡан уң ҡулын күтәрә.)''
66 юл:
{{rem|Экранда йәмле тәбиғәт ҡосағында егет ҡурайҙа уйнай}}
 
'''{{razr|1-се алып барыусы'''}}. Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ла ҡарағанда көслөрәк, мәргәнерәк була. «Атанан күргән — уҡ юнған», тигәндәй, уның шәп ҡурайсы булараҡ та даны тарала.
 
'''IV күренеш'''
72 юл:
{{rem|Экранда яҙғы сауҡалыҡ, елгә сайҡалған ҡайындар араһында ҡоштар һайрай}}
 
'''{{razr|2-се алып барыусы'''.}} Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип, атаһы улын кәләш алырға димләй. «Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирәм үҙеңә», — ти.
 
''Йәйҙең матур бер көнөндә Азамат дуҫы Алтынсура менән күрше ауылға киске уйынға килә. Аттарын туғайға үлән утларға ебәрәләр.
82 юл:
{{rem|Аҡланда уйын-көлкө, йыр-бейеү ойошторолған}}
 
'''{{razr|Алтынсура'''.}} Таныш булығыҙ! Был Урал армыттарындағы Таулыҡай ауылы егете Азамат батыр булыр.
 
'''{{razr|Азамат'''.}} Хәйерле кис, тиҫтерҙәрем!
 
{{rem|Ауыл йәштәре ҡурай көйөнә таҡмаҡ әйтә}}
121 юл:
«Каруанһарай» төркөмө башҡарыуында «Сыңрау торна» моңо яңғырай}}
 
'''{{razr|1-се алып барыусы'''.}}
 
Таң менән аты эргәһенә яҡынлашҡан Азамат ғәжәп моңло тауыш ишетеп туҡтап ҡала. Ул, сихри моңға хозурланып тора торғас, түҙемлеге бөтөп, йүгерә—атлай моң килгән яҡҡа ашҡына. Серле моң сығанағына яҡынлашҡас, егет ҡыуаҡ аҫтына боҫа.
 
'''{{razr|2-се алып барыусы'''}}
 
Аҡлан уртаһында күк торна моңло тауыш сығарып сыңрай, бер төркөм торна йырға ҡушылып, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға, уның тирәләй әйләнә.
131 юл:
'''VII күренеш '''
 
''{{razr|3-сө алып барыусы''. }}
 
Азамат сихри моңдо отоп алғансы оҙаҡ ҡына тыңлап тора, шунан, көй онотолоп ҡуйғансы тип, уҡтай тыуған ауылына атыла. Ҡайтып еткәс, ҡурайын ҡудына алып, торналар сыңрауын хәтерләткән моңдо һуҙып ебәрә. ''Тауышҡа халыҡ йыйыла. Олоһо — йәше, бала — сағаһы моңдо хайран ҡалып тыңлай.)''
 
'''{{razr|Аҡһаҡал'''.}} Бындай ғәжәп көйҙө ҡайҙан өйрәндең, әллә үҙең уйлап сығарҙыңмы?
 
'''{{razr|Азамат'''.}} Юҡ, олатай! Мин уны торналарҙан оттом... ''Шул мәл халыҡ гөж килә башлай.)''
 
'''VIII күренеш'''
 
'''{{razr|1-се алып барыусы'''.}} Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Азамат атаһы янына килеп ишеткән—күргәнен түкмәй—сәсмәй һөйләп бирә.
 
'''{{razr|Буранбай'''.}} Дөрөҫ әйтәләр, улым, шундай һынамыш бар: сыңрау торна уйнаған ерҙә илгә ҡаза килер, тигән боронғолар. Изге торналар беҙҙе иҫкәртә, дошман һөжүменә әҙер будырға өндәй. Ундай хәл иткес яуҙарҙы атайың да күп күрҙе. ''(Йөрәген тота)''. Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралдарымды һиңә тапшырам, улым. ''Уҡ—йәйәһен, ҡылыс—хәнйәрен улына тоттора.''
 
— Батыр бул! ''(Улының яурындарынан ҡаға)'' Тоҡомобоҙға тап төшөрмә! Илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр! Илеңә, ырыуыңа тоғро бул! Шунда ғына бәхетле булырһың! Ир бәхете — илдең азат йәшәүендә ул! Васыят был...Хәҙер үк иң ышаныслы кешеләрҙән ғәскәр тупла! ''Бәләкәй бетеү—төйөнсөккә тыуған ер тупрағын һалып, улына бирә.''
153 юл:
{{rem|Экранда — «Кинйә» '' нәфис фильмынан яу күренештәре}}
 
'''{{razr|2-се алып барыусы'''.}} Йәш батыр, тирә—яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплай, ил менән яуға әҙерләнә. Ысынлап та, күп тә үтмәй, илде яу баҫа. Азамат батыр уҡсы— яугирҙәре менән күҙ күреме ерҙән уҡ атып, һөңгө сөйөп, дошмандарҙы аяуһыҙ ҡыра.
 
'''X күренеш'''
 
'''{{razr|3-сө алып барыусы'''}} Яу баҫылғас, ырыу бер нисә көн буйы байрам итә. «Азамат батыр — ил батыры», тип данлайҙар.
Шул ваҡыттан алып торналар тауышына оҡшаған моңдо «Сыңрау торна» көйө тип йөрөтәләр. Ә алыш барған ергә Яугүл тип исем бирәләр. Уның икенсе атамаһы — Ҡолтабан. Ул Баймаҡ районында, Сибайҙан 10—15 саҡрым көньяҡта ята.
163 юл:
{{rem|Экранда — Рәми Ғарипов портреты (1932—1977)}}
 
'''{{razr|1-се алып барыусы'''}}
— Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов, «Сыңрау торна» көйөнә тетрәндергес һүҙҙәр ижад итеп, халҡыбыҙ моңона быуаттарҙан—быуаттарға етерлек мәңгелек ғүмер юраны.
 
 
'''{{razr|Йомғаҡлау'''}}
 
Ата—бабаларыбыҙҙың тарихи хәтерен мәңгеләштереүҙә йырҙарҙың әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Уйлап ҡараһаң, күпселек йырҙарҙың тәбиғәте образлы рәүештә тарих һөйләүгә, мәғлүмәт биреүгә «көйләнгән». Шуға ла бындай йырҙарҙы «йыр-риүәйәт», «йыр-легенда» тип атарға була. Ғәҙәттә, йыр-риүәйәттәрҙең, йыр-легендаларҙың хикәйәләү өлөшө йырсы йә ҡурайсы тарафынан йыр йырланыр алдынан йә аҙағынан һөйләнелә. Һирәкләп йыр куплеттары араһында хикәйәләүгә күсеп китеү осраҡтары ла булғылай.