Башҡорт музыка ҡоралдары/"Моң һауыттары" яһаусы кешеләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
43 юл:
Ибраһим ағай йәш, таҙа өйәңкене май айында ҡырҡып алып, уңы фанера кеүек йоҡа ғына итеп яра ине. Ҡорһағы өсөн ҡалып яһап, шул ҡалыпҡа тарттырып, һалҡынса куләгелә киптерә.
 
Киптергәс, ул шул һынында ҡала. Быға ошо уҡ тәртип менән эшләнгән ҡаплама, тағы өйеңкенәнөйәңкенән эшләнгән үңәсен беркетергә генә ҡала.
 
Ҡапламаһы ҡалкыуыраҡ булып торһон өсөн ҡорһағының урта тирәһенән бер таяу ҡуя. Атламаһын, ҡатламаһын, ҡыл тотторғосон кәзә, Һыйыр мөгөҙөн йылытып йәйеп йәки ташландыҡ тараҡтан, ҡул баҫма айырмаларын баҡыр аҡсаны ҡырҡып, матурлап эшләй торғайны.
55 юл:
Скрипкаға ла ҡылды ошо уҡ тәртип менән эшләргә була. Йә ике ҡылын эсәк ҡылдан, икәүһен сымдан тарта инә ул. Ә скрипка йәйеһенең ҡылын күк аттың ҡылынан ғына эшләйҙәр. Ул моңло була. Тәүҙә уны һыуҙа ҡайнаталар, шунан ғына йәйәгә тәртәләр. Эсәк ҡыллы скрипканың моңо хәҙенге скрипкаға ҡарағанда уҙәнсәлерәк, үҙенсә бер моңо бар ине.
 
Былай ҙа эшләй ине думбыраны. Үңәсән ҡойороҡ менән бергә ҡайындан, Һөйәндәнһөйәндән йәки өйәңкенән мылтыҡ түтәһе кеүек итеп юна. Ҡойроҡ өлөшөн үңәсәнең йөҙөнә ҡарата артҡа табан саҡ ҡына ҡайҡыраҡ итеп ала. Кәүҙәһен, уны "моң һауыты" тип әйтһәң дә була, шулай эшләй: фанераны янған тиреҫкә күмеп, «бешереп”, бер ҡатын айырып һайлап ала ла ҡалыпҡа һалып киптерә.
 
Йыйған саҡта ҡаплама менән ҡорһаҡ өлөшөн йәбештерә торған урынында тәүҙә өҫтәмә ҡатлама йәбештерә, йә булмаһа өйәңкенән йоҡа ғына бөгәз ҡуя ла, икеһенең араһына ваҡытлыса таяу ҡуйып, бер-береһенә тығыҙ итеп ағас елеме менән йәбештерә. Был эште бер генә сөй ҙә ҡаҡмай, ҡупшы итеп башҡара торғайны. Аҙаҡ, эшен бөтергәс, сейә төҫлө буяу менән буяр ине.
79 юл:
'''һағындыра башланы.'''
 
Башҡорт думбыраһының 40-сы йылдарҙа ла яһалыуын, ҡаҙаҡтарҙың һорауы буйынса уларға ла башҡорт думбыраһын яһап һатьгуҙарынһатыуҙарын Хәлилов Биктимер ағайҙан ишеттем мин.
 
Уның әйтеүенсә, батырҙар ауылы Кинйәбыҙҙа (Күмертау районы) ауылдаштары Хәмматов Әҡсән, Биктимеров Зиннур үҙҙәре скрипка яһап, уҙҙәре уйнаған. Уларҙа әле лә музыка ҡоралдары булырға тейеш.