Таҡмаҡтар/Ленин бабай, коммунизм тураһында: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Биттең эстәлеге " Категория:Таҡмаҡтар" менән алыштырылған
Тамғалар: Алмаштырылған
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ

1 юл:
'''Ленин бабай, коммунизм тураһында '''
{{столбцы}}
{{столбец}}

Тәҙрә астым, сыуаҡ төштө,

Ҡыҙыл нурҙарын сәсте.

Ленин бабай эшселәргә

Тура юлдарҙы асты.

Еҫле сәскә өҙөлһә лә,

Еҫе аңҡый болонда.

Ленин үҙе үлһә лә,

Исеме халыҡ телендә.

Таң таң ата таң яҡтан,

Сулпан ҡалҡа йыраҡта.

Ленин бабайҙың һүҙҙәре

Һис китмәйҙер йөрәктән.

Мәскәү ҡалаһына барҙым,

Мавзолейҙы күрергә,

Ленин бабай юл ҡалдырған

Йылға түгел, ғүмергә.

Беҙҙең клуб баҡсаһына

Ҡыҙыл гөлдәр сәскәндәр.

Көн һайын тормошҡа аша

Ленин бабай әйткәндәр.

Алға тибеҙ, алға тибеҙ,

Алға табан барабыҙ.

Алға барырға ҡушҡан бит

Беҙгә Ленин бабабыҙ.

Тәҙрә астым, бойҙай һиптем,

Күк күгәрсен туйһын тип.

Ленин бабай көсөн түкте

Коммунизм булһын тип.

{{столбец}}

Бейек тауҙың баштарынан

Аҡ таш алдым беләүгә.

Ленин күтәргән байраҡты

Ҡаҡшата алмаҫ берәү ҙә.

Тәҙерәмде асып ҡуям,

Йәйге көндәр йәмлегә.

Ленин бабай васыятын

Йәшәтербеҙ мәңгегә.

Тымыҡ һыуҙа ярылып ҡала

Пароходтың эҙҙәре.

Беҙҙең өсөн маяҡ булыр

Ленин бабай һүҙҙәре.

Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояштың

Нуры төшә йылғаға.

Ленин бабабыҙ сығарҙы

Беҙҙең яҡты донъяға.

Алмағастың алына,

Ҡоштар ҡунған талына.

Ленинизм алып килә

Коммунизм таңына.

Алға тибеҙ, алға тибеҙ,

Алға маяҡ ҡуйылған.

Коммунизмға киләбеҙ

Ленин бабай юлынан.

Тракторҙар килә, килә,

Тағы ла бар киләһе.

Йәшәһен беҙҙең етәксе –

Ленин компартияһы.

{{столбец}}

Һандуғасҡа ем ашатам,

Ем ашатам ҡулымдан.

Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ,

Коммунистар юлынан.

Бейек тауҙың баштарында

Теҙелеп үҫкән әнстәр,

Теҙелеп үҫкән әнис кеүек

Йәшәһен коммунистар.

Алмағастың алмаһын

Эшсән халыҡ ашаһын.

Тура юлдан етәкләүсе

Партиябыҙ йәшәһен.

Октябряттән – пионерға,

Пионерҙән- комсомол;

Комсомолдан – партияға

Бәйләнешкән ҡулға-ҡул.

Бейек тауҙан күренеп тора

Ҡыҙыл флаг нурҙары.

Бөтә донъяны балҡыта

Коммунизм юлдары.

Бейек тауҙың баштарынан

Һыҙылып үтә тимер юл.

Коммунистар партияһы –

Ленин партияһы ул.

{{столбцы/конец}}

''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте.
Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов.118-119 биттәр''
[[Категория:Таҡмаҡтар]]