Каруанһарай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
1847 йылдың йәйендә һөргөнгә ебәрелгән шағир Т. Г. Шевченко Ырымбурға килә. Бөйөк украин шағире һуңынан былай тип яҙа: "Мин Һаҡмар аша сыҡҡанда, ҡояш яңы ғына байығайны. Иң тәүҙә мин мәсете һәм бейек манараһы булған ал төҫтәге мөһабәт йортто күрҙем...". Шағир килгәндән һуң, бер йыл үткәс, Каруанһарай госпиталгә әүерелдерелә, сөнки ҡалала холера эпидемияһы башлана. 12 мең халҡы булған Ырымбурҙа 1300 кеше үлә. Хөкөм ителеүселәр ауырыу кешеләрҙе ҡарау өсөн ҡалдырыла, ә ҡала властаре, врачтар, дин әһелдәре ҡасалар.
 
1852 йылда Каруанһарайҙы тирәләп бик һәйбәт баҡса ултырталар. Был баҡса Ырымбурҙа беренсе була, уның өсөн ағастарҙы башҡортостанданБашҡортостандан килтерәләр, ә ағас ултыртыу эше менән крепостной баҡсасы Павел Лебедев етәкселек итә. Баҡсаға инеү (революцияға тиклем№ фәҡәт дворяндәргә, офицерҙәргә, губернатор яҡындарына ғына рөхсәт ителә.
 
1876 йылда бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой үҙенең Һамарҙағы имениеһы өсөн Ырымбурҙан аттар алырға килә. Ул каруанһарайҙа туҡтай.
17 юл:
Февраль революцияһынан һуң Каруанһарайҙа Ваҡытлы хөкүмәт яраны Архангельский һәм "Ватанды һәм революцияны ҡотҡарыу комитете" исемендәге контрреволюцтон ойошма урынлаша. Аҡ казактар атаманы Дутов, эсерҙар һәм меньшевиктар ҙа ошонда була.
 
1917 йылдың 17 (27) ноябрендә Каруанһарайҙа Совет һәм ҡаланың бөтә демократик ойошмаларының йыйылышыүткәреләйыйылышы үткәрелә. Йыйылыш хәрби-революцион комитет һайлай. Уның председателе итеп Силәбе ҡалаһына килгән большевик С. М. Цвиллинг һайлана һәм тәүге ултырышта уҡ Ырымбурҙағы, Ырымбур губернаһындағы бөтә властең Советтәр ҡулына күсеүе тураһында приказ ҡабул ителә.
 
Ырымбурҙа аҡгвардеецтәрҙе ҡыуып сығарғас, 1918 йылдың 27 ғинуарында Совнарком председателе В. И. Ленин Каруанһарайҙы башҡорт хеҙмәтсән халҡына ҡайтарыу тураһында декрет проектына ҡул ҡуя. Унда башҡорттарҙан өлкә Совете менән Совет губерна идаралығы ла урынлаша.