Каруанһарай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Ырымбурҙағы Каруанһарай - көньяҡ Урал архитектура ҡомартҡылары араһында иң әһәмиәтлеһе. Уның проектын күренекле рус рәссамы Карл Брюлловтың туғаны, архитектура буйынса академик Александр Павлович Боюллов эшләгән. Каруанһарайҙы төҙөү 804 914 һумға төшә. Был аҡсаны башҡорттар үҙ теләге менән дә йыйғандар, башҡорт ерен һатыуҙан тупланған, башҡорттарға почта ташыу өсөн билдәләнгән аҡса ла тотонолған.
 
Каруанһарай ике ҡатлы йорттан, мәсеттән һәм манаранан тора. Төп йорттоң ишек алдында ҡап уртала эстә иркен егенә майҙан ҡалдырылған. Мәсеттең бейеклеге - 19, арҡырһы 12,6 метр, манара ла яҡынса 19 метр бейеклектә. Каруанһарай ансамбле - ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ҡоролма. Йәйләүҙе хәтерләткән төп йорттоң уртаһындағы майҙанда мәсет урынлашҡан, зауыҡ менән матур итеп эшләнгән манара мәсеттән айырым төҙөлгән һәм көнсығыш ҡоролмаларына тартым. Каруанһарай башҡорт милли орнаменте менән бик бай биҙәлгән, ә төп йорт башняләренең сатыр ҡыйыҡтары башҡорт тирмәләренең сүстән тотолҡантотолған түбәләренә оҡшаған.
 
Каруанһарай 1846 йылдың 30 апрелендә тантаналы рәүештә асыла. Ул башҡорттар һәм башҡа көнсығыш халыҡтар вәкилдәре өсөн ҡунаҡхана, туҡтау урыны тип иғлан ителә, ләкин күп тә үтмәй, уның уң яҡ башын губернатор биләп ала, һул яғында губернаторҙың канцелярияһы урынлаша.