Буранбай сәсән/"Буранбайҙың яҙған хаттарын уҡып...": өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Башҡорт халҡының тәрән мәғәнәле, ғәжәп киң диапазонлы һәм иң күркәм йырҙары..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл:
'''Мин түбәндә уҡыусыларға архив материалдары хаҡында һөйләмәксемен.'''
 
Билдәле булыуынса, 1798 - 1865 йылдарҙа Башҡортостанда кантон системаһы була, башҡорт һәм мишәр халҡы хәрби сословиеға күсерелә. Һау-сәләмәт казак 17-18 йәштән 50 йәшкә тиклем алты-һигеҙ тапҡыр алтышар ай буйы Ырымбур линияһында Россияның көньяҡ-көнсөғөш сиген һаҡлаған, поход һәм һуғыштарҙа ҡатнашҡан.
 
Буранбай тураһында 1967 йыл "Ленинсы" газетаһында бер мәҡәлә яҙғайным. Ләкин уның йәшәгән ауылы хәҙерге Буранбай тип яңылыш күрһәткәнбеҙ. Шулай ҙа уның шул ауылда тыуып үҫеүе һәм үҙ исеме менән яңы ауылға нигеҙ һалыуын тарих материалдары раҫлай. Ул осорҙан бирле яңы материаолдар ҙа табылды.
 
'''''Легендалар Буранбайҙың писарь, йә старшина, йә кантон икәнлеге; Ибраһим исемле кешенең кантон булыуы, йәштәрҙе 20-гә еткәндәрен исемлеккә теркәүе һәм шул ваҡытта ҡайһы бер яңылышлыҡ ебәреүе, шуның өсөн ҡулға алыеыуы һәм төрмәнән ҡасыуы хаҡында һөйләй. Бында дөрөҫлөк барлығын суд материалдары иҫбатлай. Әлбиттә, легендаларҙа дөрөҫлөктән ситкә тайпылыуҙар ҙа һиҙелә.'''''
 
Буранбай яҙмышы тураһында.
1812 йылдың февралендә кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеров, дистанция начальниктары (хәрби отрядты хеҙмәт урынына алып барыусы һәм алып ҡайтыусы) Буранбай Ҡотос улы Һөйөндөкөв, Юлбарыҫ Бикбулатов, йорт страшинаһы Ибраһим Айсыуаҡов хөкөмгә тарттырыла. 1812 йылғы һуғыш башланыу сәбәпле, уларҙың эше 1816-1820 йылдарға тиклем һуҙыла.
 
Суд Сыңғыҙ ауылы башҡорт казагы Сырлыбай Остыровтың хәрби губернатор Г. С. Волконскийға биргән жалобаһынан башлана. Унда кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеровтың кантон халҡынан үҙ файҙаһына дүрт-биш тапҡыр аҡса йыйыуы һәм башҡа һалымдар менән йәберләүе бик дөрөҫ әйтелгән.
 
[[Категория:Башҡорт халыҡ йырҙары]]