Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
Салауат һәм уның иптәштәре, баш күтәреүселәрҙең ниндәйҙер отряды уға ҡушылырға килгән икән тип алданып ҡына , мөҡсин командаһын үҙенә яҡын ебәргәндер, тип уйларға кәрәк.
 
Күп йылдар үткәс, 1791 йылда, ә унан ары 1793 йылда, офицер чинына үҙенең хоҡуҡтарын нигеҙләп мөҡсин Әбдесәләмов Екатерина II батшабикәгә биргән үтенес ҡағыҙында: «Мин ул «яһил»ыңдың уң ҡулы — Салауат Юлаевты тотоп властарға бирҙем», — тптип яҙа, әуның ҡустыһы йөҙ башлығы Ямғур шулай уҡ ҡәтғи итеп: «Яуыздың енәйәттәше Салаватка Юлаевты тотҡанда мин дә бар инем — уны мин тоттом», — тип белдерә.
 
Мөҡсин менән Ямғур Әбдесәләмовтар, Салауатты тотоп, үҙенең командаһы менән килеп өлгөргән поручик Лесковскийға тапшыра, поручик был турала шунда уҡ үҙенең командирына хәбәр итә. Хәбәргә Аршеневский шул тиклем шатлана, ул, әсирҙе үҙенә алып килгәнде лә көтмәйенсә, бертнисә сәғәттән һуң отряды менән Ҡалмыҡ (хәҙерге Ҡалмаҡлар) ауылында ҡаршылай. Шунда Салауаттан беренсе һорау алына.