Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
1756 йылдың 8 авгусында Батырша яуын баҫтырып, етәксене тотоп биргән өсөн Елизавета Петровна вәғәҙә иткән 1000 һумды ла ҡулға төшөрә. Шул йылдың 24 декабрендә Елизаветаға үҙ ҡулдары менән тапшыра Батыршаны. Сөләймән «бүләккә күлдәк, яҙыулы сүмес һәм ҡылыс» бирелә. Күрәһең, шундай юғары данға артыҡ тулҡынланыуын күтәрә алмай, язалаусы Петербурҙа аяғын һуҙа.
 
Әммә өс аҙнанан (ул саҡтағы бюрократия аппараты өсөн ҡыҫҡа срокта) Ырымбур губернаторына Дибаевтың улын, Дауыт Сөләймәновты, мишәр старшинаһы итеп тәғәйенләү тураһында сенат указы килеп етә. Атаһына бирелгән әйберҙәр улына тапшырыла. Дауыт ағаһы үлгәндән һуң Ишмөхәмәт шундуҡ Нуғай даруғаһының мишәр старшинаһы урынын ала.