Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
'''Мөҡсин Әбдесәләмов''' батшабикәгә тапшырған яҙыуында «баш яуыз Салауатты» тотоп биреүҙә ҡатнашыуы менән маҡтанған. Улар шулай уҡ ата-бабаларының да шуға оҡшаш «батырлыҡтарын» раҫлаған ике тиҫтәнән артыҡ документ ҡушып биргән.
 
Был әҙәмдәр барыһы ла бай иген һатыусылар, шул уҡ ваҡытта вазифа биләүселәр. Уҫы даруғаһындағы һөрөнтө ерҙәре етмәүаҙ тойолоу сәбәпле, 1750-1760-сы йылдарҙа көнсығыштағы сиҙәм ерҙәргә ымһынған улар. Мөҡсин Әбдесәләмов Нуғай даруғаһына ингән Боҙаяҙ ауылы (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) эргәһендә биләмәләргә эйә була. Улар бер үк ваҡытта ''хакимиәт чиновниктары''''йорт старшиналары'' йәғни ''юғары ҡатлам вәкилдәре'' була.
 
Шулай итеп, Әй йылғаһына юл тотҡан '''Аршеневский''' отрядына мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбдесәләмовтың атлы командаһы ҡушыла.
 
Бынан 20 йыл элек '''Мөҡсин''' язалау ғәскәрҙәре составында 1755 йылғы баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләй Һәм старшина '''Сөләймән Дибаев''' менән ихтилал етәксеһе Батыршаны тотоп, Петербургҡа алып килә.
 
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ла Мөҡсин хөкүмәт ғәскәрҙәренең язалау операцияларында актив ҡатнаша, Башҡортостанда, Кама, Волга буйында баш күтәреүселәр отрядтарын айырыуса тырышып эҙәрләйэҙәрлекләй.
 
Полковник Михельсон деташаменты составында ул Ҡазанға тиклем барып етә. Потёмкин уға, халыҡ араһында йөрөп, «енәйәт ҡылғанына тәүбә итергә өндәү» эше алып барырға ҡуша. Старшина Шәрип Кейеков менән бергәләп өс ай буйы йөрөп, янауҙар һәм ҡурҡытыуҙар юлы менән, язалау отрядтары командирҙарына баш һалып килергә мәжбүр итәитәләр.
 
Урындағы халыҡ менән даими аралашҡан Мөҡсингә баш күтәреүселәр отрядтарын һәм уларҙың етәксеһе '''Салауат Юлаевты''' аңдып алыу ауыр булмай.