Буранбай сәсән/"Буранбайҙың яҙған хаттарын уҡып...": өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
 
Суд Сыңғыҙ ауылы башҡорт казагы Сырлыбай Остыровтың хәрби губернатор Г. С. Волконскийға биргән жалобаһынан башлана. Унда кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеровтың кантон халҡынан үҙ файҙаһына дүрт-биш тапҡыр аҡса йыйыуы һәм башҡа һалымдар менән йәберләүе бик дөрөҫ әйтелгән.
 
1811 йылдың 15 апрелендә губернатор приказы буйынса 6-сы кантондан резерв команда төҙөлгән. Ул СЧибай ауылынан 40 саҡрымдағы Ҡарағайлы Үҙәк тигән ерҙә йыйылған. Дистанция начальнигы итеп Буранбай Ҡотосов (атаһының исеме фамилияһына күсә) билдәләнә. Ул ябай башҡорт ғаиләһенән сыҡҡан кеше була.
 
Ошо хәлдән Биктимеровтың Ырымбурҙағы танышы отставкалағы прапорщик помещик Соколов үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡ булып, губернатор канцелярияһынан 1000 кешелек команданы таратыу тураһындағы бойороҡ хаҡында алдан белеп ҡала һәм кантон начальнигына үҙ крәҫтиәне Михайловты ебәрә. Соколов үҙен был команданы таратыуҙың сәбәбен юллаусы (ходатай) итеп күрһәтмәксе, хатта "хеҙмәтенә" хаҡ алмаҡсы,. Әйтәйек, Биктимеровтың уға бирәсәге лә булған. Ләкин Михайлов килеүгә команда таратылған булған, сөнки был турала приказ почта аша алынған: "курьер" иһә һуңлап килгән.
 
Михайлов: Буранбай Ҡотосовты күреп: "Әгәр ҙә һәр казактан 6 һум аҡса йыйһағыҙ, Соколов команданы походтан ҡотҡарыу сараһын күрәсәк", тигәню Буранбай был мәсьәләне үҙе хәл итмәгән, ә Биктимеровҡа мөрәжәғәт иткән. Ул иһә аҡса йыйырға бойороҡ биргән. Бөтә йорт старшиналарына хәбәр ителә, тиҙ арала команда әүәлге урынға яңынан саҡырыла, 6 мең һум аҡса йыйыла. Был аҡса Михайлов аша Соколовҡа ебәрелә. Ләкин Михайлов ошо аҡсаның 2 мең һумы Ҡотосов менән Юлбарыҫ Бикбулатовта ҡалғандарын әйтәкән. Суд барышында быларҙың өсөһөн дә күҙмә-күҙ килтереп яуап алғас, курьерҙәң һүҙе дөрөҫләнмәй.
 
1822 йылдың 4 декабрендә ҡаҙаҡ далаларында ҡасып йөрөгәндә тотолған Буранбайҙан һорау алғанда, ул "ғәйепһеҙ нужа сигеүен" яҙа. Шулай итеп, ғәйепһеҙ көйгә Буранбай ғәйепле булып ҡала.
 
Ул ғына ла түгел. Походҡа билдәләнгән 500 кешенең (начальнигы Юлбарыҫ Бикбулатов) һәр береһенән 16-шар һум аҡса йыйылған. Был аҡса 1811 йылда ҡоролоҡ булыу арҡаһында аттар йонсоу сәбәпле, команданы походтан ҡотҡарыуҙы юллау өсөн билдәләнә. Йорт старшиналары, ош эште үтәү өсөн үҙҙәренең араһынан поверенный итеп йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовты һайлап, йыйылған аҡсаның бер өлөшөн уға тапшыра. Ошо аҡсаны, үрҙә әйтелгәнсә, Ырымбур түрәләренә биреп, команданы походтан ҡотҡарырға ниәтләгәндәр. Ләкин был барып сыҡмай.
 
1816 йыл Ырымбур суд палатаһы төп ғәйеплеләр тип Соколов менән Биктимеровты билдәләй, ә Ҡотосов менән Бикбулатовты, законһыҙ рәүештә һалым йыйыуға ризалыҡ биреүҙә ғәйепләп, 2 мең һум аҡсаны Биктимеров, Ҡотосов һәм Бикбулатовтан, ә 4 меңде Соколовтан түләтергә ҡарар сығара. 500 кешенән торған команданан йыйылған аҡсаны йорт старшинаһынан һәм Ибраһим айсыуаҡовтан түләтеп, халыҡҡа кире ҡайтарып биреү ҙә ҡарала.
Суд тикшереүе барһа ла, ғәйеп тағылһа ла, улар хеҙмәттәре буйынса артабан үрләтелә. буранбай (заманынакүрә уҡымышлы кеше булған, русса һәм төркисә уҡый-яҙа белгән) 1815 йылда йорт старшинаһы итеп тәғәйенләнә. Был йорт бишенсе һанлы булып, уға хәҙерге Баймаҡ районы ауылдары Бәхтегәрәй (Урғаҙа буйы), Сынтәүләт (Таналыҡ буйы), Кинйәбулат (Һаҡмар буйы), Буранбай (Таналыҡ буйы), Этҡол (Ҡышлауар буйы), Ғәҙелбай (Батҡаҡлы буйы) ингән. Ибраһим Айсыуаҡов үҙе Сибайҙан, ул шул тирәләге бер нисә ауылдың 1807 йылдан бирле йорт старшинаһы. Ике көмөш миҙал менән наградланған Юлбарыҫ Бикбулатов (1812-1814 йылдарҙа Ватан һуғышында күп батырлыҡтар күрһәткән) ошо уҡ ерҙә төҙөлгән 14-се башҡорт полкының командиры вазифаһын үтәгән.
 
Хәрби губернатор суд ҡарары менән риза булған, ләкин губерна прокуроры Веригин һорауы буйынса был эш 1818-1820 йылдарҙа Идара итеүсе сенатта ҡарала.
 
'''1820 йылдың 3 майында был мәсьәлә буйынса батша раҫлаған сенат указы сыға. был приговор халыҡтан законһыҙ аҡса йыйыуға бойороҡ (Биктимеров) һәм уға ризалыҡ (Буранбай, Ибраһим, Юлбарыҫ) биргән өсөн уларҙың дүртеһен дә чиндарынан мәхрүм итеп, һөргөнгә ебәреүҙе билдәләй. Тимәк, Биктимеровтың бойороғо буйынса йыйылған аҡсанан файҙаланмаған кешеләр ҙә язаға тарттырыла. Был Биктимеровҡа ҡарата ғәҙел яза була, сөнки ул яуыз кантон булған; ришәүәт бирмәгән кешеләрҙе төрлөсә кәмһеткән, туҡматҡан; хатта һыуға ла батыртҡан. Яуызлығы уның 22 йыл дауам иткән.'''
 
1820 йылдың июнь айы.
 
Кантон үҙәге Сибай ауылы кешеләре сходҡа йыйыла. Унда бөтә тирә-яҡ ауылдар кешеләре лә ҡатнаша. Бына ошонда Верхнеуральск заседателе дворян Андреев менән кантондың яңы начальнигы Абдрахман Биктимеров (Аҡҡолдоң улы) һөргөнгә ебәреүселәрҙең чин грамоталарын тартып ала.
 
[[Категория:Башҡорт халыҡ йырҙары]]