Буранбай сәсән/"Буранбайҙың яҙған хаттарын уҡып...": өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
Буранбай яҙмышы тураһында.
1812 йылдың февралендә кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеров, дистанция начальниктары (хәрби отрядты хеҙмәт урынына алып барыусы һәм алып ҡайтыусы) Буранбай Ҡотос улы Һөйөндөкөв, Юлбарыҫ Бикбулатов, йорт страшинаһы Ибраһим Айсыуаҡов хөкөмгә тарттырыла. 1812 йылғы һуғыш башланыу сәбәпле, уларҙың эше 1816-1820 йылдарға тиклем һуҙыла.
[[File:Allan, David - Bashkirs - 1814.jpg|мини|справа|Башҡорттар сит илдәрҙә һуғышта. 1814 йыл]]
 
Суд Сыңғыҙ ауылы башҡорт казагы Сырлыбай Остыровтың хәрби губернатор Г. С. Волконскийға биргән жалобаһынан башлана. Унда кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеровтың кантон халҡынан үҙ файҙаһына дүрт-биш тапҡыр аҡса йыйыуы һәм башҡа һалымдар менән йәберләүе бик дөрөҫ әйтелгән.
 
44 юл:
 
Кантон үҙәге Сибай ауылы кешеләре сходҡа йыйыла. Унда бөтә тирә-яҡ ауылдар кешеләре лә ҡатнаша. Бына ошонда Верхнеуральск заседателе дворян Андреев менән кантондың яңы начальнигы Абдрахман Биктимеров (Аҡҡолдоң улы) һөргөнгә ебәреүселәрҙең чин грамоталарын тартып ала.
 
16 июлдә Буранбай (53 йәш) менән Ибраһим (42 йәш) Верхнеуральскиға оҙатыла. Аҡҡол Биктимеров бик ҡарт (82 йәш) һәм ауырыу булған, шуға күрә ул ваҡытлыса Сибайҙа ҡалдырылған. Юлбарыҫ Бикбулатов ҡасҡан. 20-се йылдар уртаһында кантон начальнигы Абдрахман, атаһын Себергә ебәрмәү сараһын күрәүеп, сенатҡа мөрәжәғәт итә һәм Аҡҡолдо, бик оло һәм ауырыу булыуын иҫәпкә алып, һөргөндән ҡотҡарғандар. Ул 1826 йылда үлә.
 
Шулай итеп, Аҡҡол ҡылған боҙоҡ эш Буранбай менән Ибраһимға япһарыла.
 
Буранбай менән Ибраһи 16-24 июлдә ҡалала отставкалағы унтер-офицер Егор Глазуновтыңквартираһында урынлаштырыла. Дүрт һалдат һаҡлай. Буранбай. аяғым һыҙлай, тип бер нисә көн хәрәкәтһеҙ ята. Шулай итеп, ул һаҡта торған һалдаттарҙың һиҙгерлеген кәметә һәм Ибраһим менән 24 июнь төнөндә ҡаса. Аҙаҡ буранбай ҡасыуын икенсе сәбәптәр менән аңлатырға тырыша. Ләкин ул аңлы рәүештә, сенат приговорының ғәҙелһеҙлеген тойоп, Себергә һөрөлөүҙән ҡаса. Шуны ла әйтергә кәрәк: Буранбай, улы Зөлкәрнәйҙең яҙыуынса, Верхнеуральск эргәһендә ҡаҙаҡтар алып киткән. Был дөрөҫлөккә тап килмәй. сөнки июлдән алып декабрь аҙағына тиклем ул Башҡортостанда йәшеренп йәшәгән.
 
Буранбай менән Ибраһимдың паспорты ла була. Һаҡмар буйында ҡасып йөрөгәндә йүнләп алалар. Күсәбай Килмәтов һәм Мөсәлим йәнбирҙин үҙҙәренә тип, алдан һөйләшеү буйынса, Верхнеуральскиҙа ике паспорт алып, Буранбай менән Ибраһимға биргән. Был ике башҡорттоң һүҙенә ҡарағанда, буранбай менән Ибраһи 9-сы кантонға ҡараған (начальнигы Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов) Кинель һәм Үҙән йылғалары буйына киткән. Буранбайҙың ошо яҡа үҙен Ялан йәркәй тип атауы ла мөмкин.
 
Ике йыл буйы ул ҡаҙаҡ далаларын гиҙә. Чиклин һәм башҡа ырыуҙар араһында йөрөй. (Ибраһим турһында мәғлүмәт юҡ). Буранбай үҙенең кем икәнлеген һәм ҡайғыһын Чиклин ырыуынан сыҡҡан Әбделфаиз солтан Юлбарисовҡа белдергән. Үҙенең ғәйепһеҙ көйгә яфа сигеүен һөйләгәс, солтан уға губернаторға еткер, тип хат биргән. Буранбай ҡулында Арағызанан (солтан ҡатынынан) губернаторға тигән хат була. Бик күп яфа күргә һәм ауырыу Буранбай, губернаторға барып, үҙен ярлыҡауҙы һорар өсөнҡаҙаҡ далаларынан Ырымбурға йүнәлә. 1822 йылдың декабрендә Илек нығытмаһы аша тоҙға килгән ылау менән Ырымбурға китергә уйлай. Әммә таможня заставаһында Буранбай таныла һәм комендантҡа тапшырыла. Буранбай ҡулындағы ике хат та комендант ҡулына эләгә һәм юғала. Буранбай Ырымбурға оҙатыла, һаулығы бик ҡаҡшатылғандан, госпиталгә урынлаштырыла, ләкин губернатор бойороғо буйынса унан сығарылып, ҡала полицияһының күҙәтеүенә тапшырыла.
 
Башы һыҙлау арҡаһында буранбайҙың күҙе һуҡырая барған, ҡылый була. Быума сире лә борсоған уны. шуға күрә доктор Буранбайҙы Себергә ебәреү мөмкин түгеллеген белдерә.
 
[[Категория:Башҡорт халыҡ йырҙары]]