Буранбай сәсән/"Буранбайҙың яҙған хаттарын уҡып...": өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл:
Буранбай менән Ибраһимдың паспорты ла була. Һаҡмар буйында ҡасып йөрөгәндә йүнләп алалар. Күсәбай Килмәтов һәм Мөсәлим йәнбирҙин үҙҙәренә тип, алдан һөйләшеү буйынса, Верхнеуральскиҙа ике паспорт алып, Буранбай менән Ибраһимға биргән. Был ике башҡорттоң һүҙенә ҡарағанда, буранбай менән Ибраһи 9-сы кантонға ҡараған (начальнигы Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов) Кинель һәм Үҙән йылғалары буйына киткән. Буранбайҙың ошо яҡа үҙен Ялан йәркәй тип атауы ла мөмкин.
 
Ике йыл буйы ул ҡаҙаҡ далаларын гиҙә. Чиклин һәм башҡа ырыуҙар араһында йөрөй. (Ибраһим турһындатуарһында мәғлүмәт юҡ). Буранбай үҙенең кем икәнлеген һәм ҡайғыһын Чиклин ырыуынан сыҡҡан Әбделфаиз солтан Юлбарисовҡа белдергән. Үҙенең ғәйепһеҙ көйгә яфа сигеүен һөйләгәс, солтан уға губернаторға еткер, тип хат биргән. Буранбай ҡулында Арағызанан (солтан ҡатынынан) губернаторға тигән хат була. Бик күп яфа күргә һәм ауырыу Буранбай, губернаторға барып, үҙен ярлыҡауҙы һорар өсөнҡаҙаҡ далаларынан Ырымбурға йүнәлә. 1822 йылдың декабрендә Илек нығытмаһы аша тоҙға килгән ылау менән Ырымбурға китергә уйлай. Әммә таможня заставаһында Буранбай таныла һәм комендантҡа тапшырыла. Буранбай ҡулындағы ике хат та комендант ҡулына эләгә һәм юғала. Буранбай Ырымбурға оҙатыла, һаулығы бик ҡаҡшатылғандан, госпиталгә урынлаштырыла, ләкин губернатор бойороғо буйынса унан сығарылып, ҡала полицияһының күҙәтеүенә тапшырыла.
 
Башы һыҙлау арҡаһында буранбайҙыңБуранбайҙың күҙе һуҡырая барған, ҡылый була. Быума сире лә борсоған уны., шуға күрә доктор Буранбайҙы Себергә ебәреү мөмкин түгеллеген белдерә.
 
1823 йылдың 19 ғинуар көнө Буранбайҙың улы Зөлкәрнәй хәрби губернатор П. К. Эссенға мөрәжәғәт итә. Атаһының Ырымбур төрмәһендә ултырыуын белгәс, ашатып-эсереп тәрбиәләү өсөн, бер аҙ һаулығы нығынғансы өйгә алып ҡайтыуҙы һәм аҙаҡтан уға хәл ингәс, кире алып килеп тапшырыуҙы үҙ өҫтөнә алып, прошение яҙа. Яуап нисек булғандыр, ул турала мәғлүмәт юҡ.
 
'''1834 йылғы VIII ревизия ҡағыҙҙарында Таналыҡ буйындағы Буранбай ауылында 38 йорт-ғаилә күрһәтелгән, шунда беренсе булып теркәлгән ғаилә башы тураһында ошолай тип яҙылған: "Элекке йорт старшинаһы 14-се класлы Буранбай Ҡотосов енәйәте өсөн 1820 йыл Себергә һөрөлгән". Өлкән улы 4-се һанлы ғаиләне тәшкил иткән. Ул - Зөлкәрнәй буранбаев, 1831 йылда 41 йәшендә вафат булған. Ҡустыһы зауряд-сотник Нәүширүән Кинйәбулат (хәҙерге Буранбай)ауылында йәшәгән һәм шул тирә ауылдарының йорт старшинаһы булған.'''
 
Ә "Буранбай бәйете" Буранбайҙың биографияһын ифрат дөрөҫ сағылдыра. Был бәйетте 1958 йылда Буранбай (элекке Кинйәбулат) ауылында Абдулла Бәхтегәрәй улы Буранбаевтан диалектолог С. Ф. Миржанова яҙып алған. Ул 1981 йылда "Башҡорт халыҡ ижады"ның "Бәйеттәр" китабында баҫылған. Суд ойошторолған йыл ғына унда дөрөҫ күрһәтелмәгән.
 
'''Тарих мең дә һигеҙ йәҙ ҙә'''
'''Егерменсе йылында...'''
 
Аҡҡол кантон енәйәте өсөн икәү генә яуап биреүе күренә унда:
 
'''Буранбай менән Ибраһим'''
'''Бастилинға (поселение) китерҙәй ирме ни?'''
 
Үҙ ғаиләһенең яҙмышы ла борсоған Буранбайҙы:
 
'''Хәләл ефетем, Тутыйғошом,'''
 
'''Васыятым шул һиңә:'''
 
'''Балаларым йығлатмағыҙ,'''
 
'''Рәхмәт ҡылһын хаҡ һиңә.'''
 
'''Иртән тороп ҡараһам,'''
 
'''Ҡибладин ел еҫәр,'''
 
'''Ҡалған уғлан Нәүширүән,'''
 
'''Бәнем бәғерем шул киҫәр.'''
 
Күренеүенсә, был бәйет тарихи документтарҙа иҫкә алынған исемдәрҙе тулыһынса ҡабатлай. Тимәк, уның нигеҙендә - ысынбарлыҡ.
 
Ә Буранбай исеме йырҙа йәшәүен дауам итә.
 
 
'''''Авторы - Әнүәр Әсфәндиәров, БДУ доценты. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә 1983 йылдың 3 ноябрендә (263-се һан) баҫылған.'' '''
 
[[Категория:Башҡорт халыҡ йырҙары]]