Буранбай сәсән/"Буранбайҙың яҙған хаттарын уҡып...": өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
24 юл:
Суд Сыңғыҙ ауылы башҡорт казагы Сырлыбай Остыровтың хәрби губернатор Г. С. Волконскийға биргән жалобаһынан башлана. Унда кантон начальнигы Аҡҡол Биктимеровтың кантон халҡынан үҙ файҙаһына дүрт-биш тапҡыр аҡса йыйыуы һәм башҡа һалымдар менән йәберләүе бик дөрөҫ әйтелгән.
 
1811 йылдың 15 апрелендә губернатор приказы буйынса 6-сы кантондан резерв команда төҙөлгән. Ул СЧибайСибай ауылынан 40 саҡрымдағы Ҡарағайлы Үҙәк тигән ерҙә йыйылған. Дистанция начальнигы итеп Буранбай Ҡотосов (атаһының исеме фамилияһына күсә) билдәләнә. Ул ябай башҡорт ғаиләһенән сыҡҡан кеше була.
 
Ошо хәлдән Биктимеровтың Ырымбурҙағы танышы отставкалағы прапорщик помещик Соколов үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡ булып, губернатор канцелярияһынан 1000 кешелек команданы таратыу тураһындағы бойороҡ хаҡында алдан белеп ҡала һәм кантон начальнигына үҙ крәҫтиәне Михайловты ебәрә. Соколов үҙен был команданы таратыуҙың сәбәбен юллаусы (ходатай) итеп күрһәтмәксе, хатта "хеҙмәтенә" хаҡ алмаҡсы,. Әйтәйек, Биктимеровтың уға бирәсәге лә булған. Ләкин Михайлов килеүгә команда таратылған булған, сөнки был турала приказ почта аша алынған: "курьер" иһә һуңлап килгән.
 
Михайлов: Буранбай Ҡотосовты күреп: "Әгәр ҙә һәр казактан 6 һум аҡса йыйһағыҙ, Соколов команданы походтан ҡотҡарыу сараһын күрәсәк", тигәнютигән. Буранбай был мәсьәләне үҙе хәл итмәгән, ә Биктимеровҡа мөрәжәғәт иткән. Ул иһә аҡса йыйырға бойороҡ биргән. Бөтә йорт старшиналарына хәбәр ителә, тиҙ арала команда әүәлге урынға яңынан саҡырыла, 6 мең һум аҡса йыйыла. Был аҡса Михайлов аша Соколовҡа ебәрелә. Ләкин Михайлов ошо аҡсаның 2 мең һумы Ҡотосов менән Юлбарыҫ Бикбулатовта ҡалғандарын әйтәкәнәйткән. Суд барышында быларҙың өсөһөн дә күҙмә-күҙ килтереп яуап алғас, курьерҙәң һүҙе дөрөҫләнмәй.
 
1822 йылдың 4 декабрендә ҡаҙаҡ далаларында ҡасып йөрөгәндә тотолған Буранбайҙан һорау алғанда, ул "ғәйепһеҙ нужа сигеүен" яҙа. Шулай итеп, ғәйепһеҙ көйгә Буранбай ғәйепле булып ҡала.