Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Быйыл сәсән, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Буранбай Ҡотосовтоң тыуыуына 225 йыл тула. Ике быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, исеме - халыҡ күңелендә, ул - мәңгелек легенда.'''
 
Буранбайҙың ил ағаһы булып танылыуына нимәләр сәбәпсе булған, данлыҡлы исеме ниндәй тарихи ерлектә барлыҡҡа килгән? Йәшәгән осорона бер аҙ тарихи күҙәтеү яһап китәйек.
 
Илдә 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендәге һуғыш баҫтырылғандан һуң, Башҡортостанда яңы күтәрелеш булдырмау маҡсатында кантонлыҡ хакимлығы индерелә.
 
Башҡортостан административ яҡтан 1798 йылда кантондарға бүленә, башҡорттар хәрби казак сословиеһына күсерелә, Рәсәй империяһы файҙаһына мәжбүри хеҙмәт үтергә тейеш була. Илдә ҡаты режим урынлаштырыла. Сенат указы менән башҡорттарға ситкә сығыу, һәр төрлө халыҡ йыйындарын үткәреү тыйыла. Ил башына яуыз кантондар ултыртыла.
 
Башҡорт ерҙәре күпләп талана һәм һатыла. Батша самодержавиеһының ошондай реакцион сәйәсәте халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
 
Кантонлыҡ ярты быуаттан ашыу йәшәй. Ошо осор заманында батшалыҡҡа ҡаршы ҙур ҡотҡо һалған һәм ҡурҡыныс тыуҙырған кешеләрҙең береһе ҡасҡын-бунтарь исемен алған Буранбай Ҡотосов булған. Уның ораны һәм ҡасҡынлыҡта сығарған йырҙары кантонлыҡҡа, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы протест булып яңғыраған. ҡаранғылыҡта яҡты йондоҙ булып балҡыған.
 
Кем булған һуң ул Буранбай Ҡотосов?
 
[[Категория:Буранбай сәсән]]