Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
Кантонлыҡ ярты быуаттан ашыу йәшәй. Ошо осор заманында батшалыҡҡа ҡаршы ҙур ҡотҡо һалған һәм ҡурҡыныс тыуҙырған кешеләрҙең береһе ҡасҡын-бунтарь исемен алған Буранбай Ҡотосов булған. Уның ораны һәм ҡасҡынлыҡта сығарған йырҙары кантонлыҡҡа, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы протест булып яңғыраған. ҡаранғылыҡта яҡты йондоҙ булып балҡыған.
 
Кем булған һуң ул Буранбай Ҡотосов? Уның тормошо әле ғалимдар тарафынан яҡшылап өйрәнелмәгән, шуға күрә биографияһының "аҡ таплы" урындары күп әле.
Бигерәк тә тормошоноң тәүге һәм һуңғы осоро билдәһеҙ ҡала, шуға күрә ошо осорҙарына бәйле күп легендалар йөрөй.
 
Буранбай Ҡотосов 1816 йылда, хвлыҡ иҫәбен алыу материалдарынан сығып ҡарағанда, 47 йәштә булған, йәғни 1769 йылда тыуған (ЦГА РБ, Ф. 138, опись 1, д. 215).
 
Буранбай Ҡотосовтың тыуған ере һәм тормошоноң тәүге осоро тураһында күп йылдарҙан бирле төрлө бәхәстәр йөрөй. Баймаҡтар уны Баймаҡ ерлегендә тыуған һәм уның эшмәкәрлеге Баймаҡ яҡтары менән бәйле тип һанай. Ә. Әсфәндиәров яҙыуынса, Буранбайҙың фамилияһы һөйөндөкөв, ә атаһы Ҡотос булған (История сел и деревень Башкирской АССР, Уфа, Башкирско-книжное изд-во, 1991, стр. 39). Ә инде Һөйөндөковтар сығышы менән хәҙерге Баймаҡ районы Алҡаш - Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан. Алҡаш Һөйөндөкөв - 1755 йылғы восстаниеның актив ҡатнашсыһы, ә уның улы Кинйәбулат Алҡашев - Бөрйән волосы старшинаһы, 1773-1775 йылғы күтәрелеш етәкселеренең береһе була.
 
 
[[Категория:Буранбай сәсән]]