Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
Буранбай Ҡотосовтың тыуған ере һәм тормошоноң тәүге осоро тураһында күп йылдарҙан бирле төрлө бәхәстәр йөрөй. Баймаҡтар уны Баймаҡ ерлегендә тыуған һәм уның эшмәкәрлеге Баймаҡ яҡтары менән бәйле тип һанай. Ә. Әсфәндиәров яҙыуынса, Буранбайҙың фамилияһы һөйөндөкөв, ә атаһы Ҡотос булған (История сел и деревень Башкирской АССР, Уфа, Башкирско-книжное изд-во, 1991, стр. 39). Ә инде Һөйөндөковтар сығышы менән хәҙерге Баймаҡ районы Алҡаш - Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан. Алҡаш Һөйөндөкөв - 1755 йылғы восстаниеның актив ҡатнашсыһы, ә уның улы Кинйәбулат Алҡашев - Бөрйән волосы старшинаһы, 1773-1775 йылғы күтәрелеш етәкселеренең береһе була.
 
Күгәрсендәр Буранбайҙы үҙ кешеһе һанай. 1970 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитендә Күгәрсен районы мәҡсүт ауылынан уҡытыусы Ғ. Биишевтың ӘЙәркәй-БуранбайӘ исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул Йәркәй-Буранбайҙың бер кеше булыуын раҫлаусы дәлилдәр килтерә. Кантонлыҡ идаралығы индерелгәс, ти ул, Ырымбур хәрби воеводаһы башҡорттарға ҡарата баш-баштаҡлыҡ күрһәткән, халыҡтың ерҙәрен тартып алған, ауыр яһаҡтар һалған. Ошондай ҡыҫымдан ҡасып, Буранбай үҙенең ырыуҙаштарын Урал аръяғына алып сығып киткән, Һаҡмар буйына төпләнеп ултырғандар.