Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
И. М. Гвоздикова, документаль дәлилдәр килтереп, Әбдесәләмов кеүек оятһыҙ бәндәләр нисек хасил булғанын да аңлатып биргән.
 
Мөҡсин тырыш ошаҡсылығы өсөн '''Боҙаяҙ ауылы''' янындағы уңдырышлы ергә хужа булған. 1766 йылда уларға Ишмөхәмәт Сөләймәнов ҡушылған, «ер эшкәртеүҙәге ҡаҙаныштары» өсөн губернаторҙың Маҡтау указына лайыҡ булған. Мөҡсин дә, Ишмөхәмәт тә йорт старшиналары булған. Бәхтийәр Янышев йорт старшинаһы ярҙамсыһы булған. Вазифаларына таянып, община ағзаларына ҡарата башбаштаҡлыҡ ҡылғандар, халыҡты талағандар. Ябай башҡорттар һәм мишәрҙәр иңенә ауыр йөк булып ятҡан һыҙыҡ (линейная) хеҙмәте лә был оятһыҙҙар өсөн байығыу сығанағына әйләнгән була — губерна кәнсәләре уларҙы яҡшы эш хаҡы түләнгән поход старшинаһы вазифаһына тәғәйенләгән.
 
Мөҡсин Әбдесәләмов, 1750 йылдан алып, батша хеҙмәтендә булып, писарь, йөҙ башы, поход старшинаһы итеп тәғәйенләнгән. Был вазифаларға ул намыҫһыҙ юл менән өлгәшкән. 1755 йылда ул ихтилал башлығы Батыршаны тотоп, Петербургҡа тиклем оҙата бара. Өфө провинцияһы канцелярияһы Нуғай даруғаһы халҡының кәйефен белдергән йәшерен мәғлүмәт йыйыусы конфидент итеп тап Мөҡсинде билдәләй. Һәм был хеҙмәтен дә ул «бик тырышып, ҙур тоғролоҡ менән» башҡарған. Крәҫтиән һуғышы осоронда башҡорт, мишәр, татар мари, сыуаштарҙың ғәмәлдәрен, фекерҙәрен өйрәнеүсе агентура селтәре булдырған. Үҙе теләп шпион хеҙмәтен бушлай үтәгән, бының өсөн сығымдарҙы үҙе күтәргән. Мөҡсингә, әлбиттә, ҡустыһы Ямғур ярҙам иткән.