Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
34 юл:
И. М. Гвоздикова, документаль дәлилдәр килтереп, Әбдесәләмов кеүек оятһыҙ бәндәләр нисек хасил булғанын да аңлатып биргән.
 
Мөҡсин тырыш ошаҡсылығы өсөн '''Боҙаяҙ ауылы''' янындағы уңдырышлы ергә хужа булған. 1766 йылда уларға Ишмөхәмәт Сөләймәнов ҡушылған, «ер эшкәртеүҙәге ҡаҙаныштары» өсөн губернаторҙың Маҡтау указына лайыҡ булған. Мөҡсин дә,һәм Ишмөхәмәт тә йорт старшиналары булған., Бәхтийәр Янышев йорт старшинаһы ярҙамсыһы булған. Вазифаларына таянып, община ағзаларына ҡарата башбаштаҡлыҡ ҡылғандар, халыҡты талағандар. Ябай башҡорттар һәм мишәрҙәр иңенә ауыр йөк булып ятҡан һыҙыҡ (линейная) хеҙмәте лә был оятһыҙҙар өсөн байығыу сығанағына әйләнгән була — губерна кәнсәләре уларҙы яҡшы эш хаҡы түләнгән поход старшинаһы вазифаһына тәғәйенләгән.
 
Мөҡсин Әбдесәләмов, 1750 йылдан алып, батша хеҙмәтендә булып, писарь, йөҙ башы, поход старшинаһы итеп тәғәйенләнгән. Был вазифаларға ул намыҫһыҙ юл менән өлгәшкән. 1755 йылда ул ихтилал башлығы Батыршаны тотоп, Петербургҡа тиклем оҙата барабарған. Өфө провинцияһы канцелярияһы Нуғай даруғаһы халҡының "кәйефен" белдергән йәшерен мәғлүмәт йыйыусы конфидент итеп тап Мөҡсинде билдәләй. Һәм был хеҙмәтен дә ул «бик тырышып, ҙур тоғролоҡ менән» башҡарған. Крәҫтиән һуғышы осоронда башҡорт, мишәр, татар мари, сыуаштарҙың ғәмәлдәрен, фекерҙәрен өйрәнеүсе агентура селтәре булдырған. Үҙе теләп шпион хеҙмәтен бушлай үтәгән, бының өсөн сығымдарҙы үҙе күтәргән. Мөҡсингә, әлбиттә, ҡустыһы Ямғур ярҙам иткән.
 
'''Ишмөхәмәт Сөләймәновтың''' ғаилә архивындағы документтар уның '''олатаһы Дибай Неваев''' та генерал-майор Л. Я. Соймонов ҡушыуы буйынса 1738 йылғы ихтилалды эҙәрлекләү өсөн хөкүмәткә тоғро башҡорттар һәм мишәрҙәрҙән отрядтар төҙөгән.
45 юл:
1756 йылдың 8 авгусында '''Батырша''' яуын баҫтырып, етәксене тотоп биргән өсөн Елизавета Петровна вәғәҙә иткән 1000 һумды ла ҡулға төшөрә. Шул йылдың 24 декабрендә Елизаветаға үҙ ҡулдары менән тапшыра Батыршаны. Сөләймән «бүләккә күлдәк, яҙыулы сүмес һәм ҡылыс» бирелә. Күрәһең, шундай юғары данға артыҡ тулҡынланыуын күтәрә алмай, язалаусы Петербурҙа аяғын һуҙа.
 
Әммә өс аҙнанан (ул саҡтағы бюрократия аппараты өсөн ҡыҫҡа срокта) Ырымбур губернаторына Дибаевтың улын, '''Дауыт Сөләймәновты''', мишәр старшинаһы итеп тәғәйенләү тураһында сенат указы килеп етә. Атаһына бирелгән әйберҙәр улына тапшырыла. Дауыт ағаһы үлгәндән һуң, Ишмөхәмәт шундуҡ Нуғай даруғаһының мишәр старшинаһы урынын ала.
 
'''Бәхтийәр''' менән '''Солтанморат Янышев'''тарҙың атаһы, Себер даруғаһы старшинаһы '''Яныш Абдуллин''' 1730-сы йылдарҙағы ихтилалдарҙы баҫтырған өсөн,
53 юл:
 
Шулай итеп, Крәҫтиәндәр һуғышы башланыуға, ағалы-энеле Мөҡсин менн Ямғур Әбдесәләмовтар ҙа, Ишмөхәмәт Сөләймәнов менән Бәхтийәр Янышев та аталарынан
иҙеүселәргә ҡаршы көрәшеүсе ихтилалсыларҙы эҙәрлекләү оҫталығына ныҡлап өйрәнгән әмһәм яҡшы әҙерлек үткән була.
 
== Сығанаҡ ==