Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
Буранбай Ҡотосовтың тыуған ере һәм тормошоноң тәүге осоро тураһында күп йылдарҙан бирле төрлө бәхәстәр йөрөй. Баймаҡтар уны Баймаҡ ерлегендә тыуған һәм уның эшмәкәрлеге Баймаҡ яҡтары менән бәйле тип һанай. Ә. Әсфәндиәров яҙыуынса, Буранбайҙың фамилияһы һөйөндөкөв, ә атаһы Ҡотос булған (История сел и деревень Башкирской АССР, Уфа, Башкирско-книжное изд-во, 1991, стр. 39). Ә инде Һөйөндөковтар сығышы менән хәҙерге Баймаҡ районы Алҡаш - Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан. Алҡаш Һөйөндөкөв - 1755 йылғы восстаниеның актив ҡатнашсыһы, ә уның улы Кинйәбулат Алҡашев - Бөрйән волосы старшинаһы, 1773-1775 йылғы күтәрелеш етәкселеренең береһе була.
Күгәрсендәр Буранбайҙы үҙ кешеһе һанай. 1970 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитендә Күгәрсен районы мәҡсүт ауылынан уҡытыусы Ғ. Биишевтың ӘЙәркәй-БуранбайӘ исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул Йәркәй-Буранбайҙың бер кеше булыуын раҫлаусы дәлилдәр килтерә. Кантонлыҡ идаралығы индерелгәс, ти ул, Ырымбур хәрби воеводаһы башҡорттарға ҡарата баш-баштаҡлыҡ күрһәткән, халыҡтың ерҙәрен тартып алған, ауыр яһаҡтар һалған. Ошондай ҡыҫымдан ҡасып, Буранбай үҙенең ырыуҙаштарын Урал аръяғына алып сығып киткән, Һаҡмар буйына төпләнеп ултырғандар. Ғ. Биишев раҫлауынса, Урал аръяғы райондарында Ҡыпсаҡ ырыуы ауылдарының килеп сығыуы Буранбай исеменә бәйле. Шуға күрә лә бөрйәндәр уларҙы "Ҡыр-ҡыпсаҡ", йәғни, "ҡырҙан килгән ҡыпсаҡ" тип атаған.
 
Кәрим Дияров - Баймаҡтың атаҡлы ҡурайсыһы һәм ижадсыһы - сәсән М. буранғоловтың фольклор материалдарында таянып, киреһенсә, ҡасандыр ҙур бер башҡорт болаһынан һуң, Бөрйән ырыуының бер нисә ғаилә кешеләре, Ирәндек буйҙарынан ҡасып, Туҡ буйына барып урынлашҡан, тип раҫлай. Бер заман Туҡ-Соран буйы ерҙәрен рус колонизаторҙары баҫып, көслө ҡыҫырыҡлауҙар башлағас, Буранбай был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы халыҡты күтәреп сыҡҡан һәм, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып, элекке ата-бабалары төйәгенә - Һаҡмар яғына килеп сыҡҡан. К. Дияров бының тураһында үҙенең "Сал Уралдың моңдары" исемле китабында яҙып ҡалдырған.
 
Халыҡ легендаларында ниндәй дөрөҫлөк барҙыр, әйтеүе ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, былар буранбайҙың Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарының уртаҡ батыры, эшмәкәре икәнлегенә ишаралай.
 
Буранбайҙың тыуған ерен билдәләү һәм киләсәктә был бәхәсте сисеүҙә ғалимдар үҙ һүҙен әйтер. Шуныһы асыҡ: Буранбайҙың күпселек тормошо Баймаҡ ере менән бәйле. Архив материалдарынан сығып, Буранбайҙың ике ғаиләһе булған, беренсе ҡатыны мәҙинәнән Зөлҡәрнәй, Нәүширбан, Мөхәмәтша, йыһанша, Абдул моталлап исемле улдары булған. Уның балалары үҙ ваҡытында ҙур админристратив эштәрҙә йөрөгән, күпселеге Һөйөндөкөв фамилиялы. Икенсе ҡатыны Тутыйғоштан Йәҙегәрхужа исемле бер улы булған. Йәҙегәрхужаның балалары һәм ейәндәре күпселеге иһә Ҡотосов фамилияһы менән йөрөй. Йәҙегәрхужаның улы Әйүп, уның балалары Таһир һәм Ибраһим, уларҙың балалары Фазулла, Мостафа - хәҙерге Буранбай ауылыныҡылар - Ҡотосов фамилияһы менән йөрөй, Буранбайҙың нәҫелдәре күпселектә хәҙерге Буранбай, Беренсе этҡол ауылдарында һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаларында йәшәй.