Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
 
Буранбайҙың тыуған ерен билдәләү һәм киләсәктә был бәхәсте сисеүҙә ғалимдар үҙ һүҙен әйтер. Шуныһы асыҡ: Буранбайҙың күпселек тормошо Баймаҡ ере менән бәйле. Архив материалдарынан сығып, Буранбайҙың ике ғаиләһе булған, беренсе ҡатыны мәҙинәнән Зөлҡәрнәй, Нәүширбан, Мөхәмәтша, йыһанша, Абдул моталлап исемле улдары булған. Уның балалары үҙ ваҡытында ҙур админристратив эштәрҙә йөрөгән, күпселеге Һөйөндөкөв фамилиялы. Икенсе ҡатыны Тутыйғоштан Йәҙегәрхужа исемле бер улы булған. Йәҙегәрхужаның балалары һәм ейәндәре күпселеге иһә Ҡотосов фамилияһы менән йөрөй. Йәҙегәрхужаның улы Әйүп, уның балалары Таһир һәм Ибраһим, уларҙың балалары Фазулла, Мостафа - хәҙерге Буранбай ауылыныҡылар - Ҡотосов фамилияһы менән йөрөй, Буранбайҙың нәҫелдәре күпселектә хәҙерге Буранбай, Беренсе этҡол ауылдарында һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаларында йәшәй.
 
Буранбайҙың 1841-1820 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында күп кенә документтар һаҡланған. Буранбай Ырымбурҙа уҡып белем алған, рус һәм ғәрәп телдәрен һәйбәт белгән. 1811 йылда Рәсәйгә Француз яуы янағас, мең кешенән торған 6-сы башҡорт кантоны буйынса (үҙәге иҫке Сибай) резерв команда төҙөлөп, Буранбай унда дистанция начальнигы (хәрби команданы хеҙмәт урынына алып барыусы) итеп тәғәйенләнгән.
 
1797 йылда Сенат тарафынан башҡорт ерҙәрен генераль межалау тураһында закон сығарыла, бының менән "буш" ер фонды булдырыу саралары билдәләнә, йәғни урыҫ, татар күскенселәренә ер кәрәк икән. Бөрйән башҡорттары ырыу ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ауылдарҙы бүлгеләй башлай. Буранбай тәүгеләрҙән булып Кинйәбулат ауылынан айырылып сыға һәм бер төркөм менән Таналыҡҡа ҡойған Оморҙаҡ исемле йылға буйында 1812 йылда яңы ауылға нигеҙ һала, ул буранбай (Аһыл) тип атыла. 1815 йылда Буранбай Ҡотосов ете ауылдан торған йорт старшинаһы итеп һайлана. Был – уның халыҡ алдында ҙур абруй ҡаҙаныуына дәлил.
 
Буранбай, халыҡтың хәтерләүенсә, дистанция начальнигы һәм йорт старшинаһы булып торған ваҡытта ярлыларҙы ауыр һалымдарҙан ҡотҡарған, ир-егеттәрҙе хеҙмәттән алып ҡалыуға ла булышлыҡ иткән, урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы ауяһыҙ сығыш яһаған. Былар батша чиновниктарына һис оҡшамаған, унан нисектер ҡотолоу сәбәптәрен эҙләгәндәр. Буранбай тиҙҙән үҙенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртер фажиғәле бер бер хәлгә барып юлыға. 1898-1820 йылдарҙа Верхнеуральск өйәҙе, 6-сы кпнтон начальнигы булып бик ҡомһоҙ ришүәтсе Аҡҡол Биктимеров торған. Ул халыҡтан йыш ҡына үҙ файҙаһына аҡчса йыйған һәм уларға күпләп һалым һалған. 1811 йылда 1000 кешенә торған резерв команданы походтан ҡотҡарыу маҡсатында (был йылда ҡоролоҡ һәм аслыҡ булып, кешеләр һәм аттар бик йонсой) һәр казактан 6-ар һум аҡса йыйырға ҡушыла. Аҡсаны йыйыу йорт старшиналары Ибраһим, Буранбай һәм Юлбарыҫҡа йөкмәтелә. Аҡса йыйыла, ләкин йыйым кантон Биктимеров һәм Ырымбур чиновниктары тарафынан үҙләштерелә. Халыҡ бындай баш-баштаҡлыҡҡа сыҙай алмай, Ырымбур хәрби губернаторына хәбәр итә. Тиҙҙән тикшереү эше башлана, 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, кисектерелә. 1818-1820 йылдары эш яңынан асыла. Суд ҡарары менән төп ғәйеп нахаҡҡа Буранбай, Ибраһим һәм Юлбарыҫ өҫтөнә төшә. Улар чиндарынан мәхрүм ителеп Себергә ебәрелә, ә инде аҡҡол Биктимеров, оло йәштә булыу сәбәплеЮ һөргөндән ҡотолоп ҡала, ләкин эштән бушатыла.
 
Буранбай һәм Ибраһим 1812 йылдың июнь айында Верхнеуральск төрмәһенән ҡаса. 1822 йылда тотола. Һаулығы насар булыу сәбәпле, полицай һағы аҫтында больницала ятҡырыла. Уның улы Зөлҡәрнәй Ырымбур хәрби губернаторына атаһын порукаға биреүен һорап үтенес ҡағыҙы яғҙан, ләкин ҡәнәғәтләндерелмәгән.