Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
Күгәрсендәр Буранбайҙы үҙ кешеһе һанай. 1970 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитендә Күгәрсен районы мәҡсүт ауылынан уҡытыусы Ғ. Биишевтың ӘЙәркәй-БуранбайӘ исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул Йәркәй-Буранбайҙың бер кеше булыуын раҫлаусы дәлилдәр килтерә. Кантонлыҡ идаралығы индерелгәс, ти ул, Ырымбур хәрби воеводаһы башҡорттарға ҡарата баш-баштаҡлыҡ күрһәткән, халыҡтың ерҙәрен тартып алған, ауыр яһаҡтар һалған. Ошондай ҡыҫымдан ҡасып, Буранбай үҙенең ырыуҙаштарын Урал аръяғына алып сығып киткән, Һаҡмар буйына төпләнеп ултырғандар. Ғ. Биишев раҫлауынса, Урал аръяғы райондарында Ҡыпсаҡ ырыуы ауылдарының килеп сығыуы Буранбай исеменә бәйле. Шуға күрә лә бөрйәндәр уларҙы "Ҡыр-ҡыпсаҡ", йәғни, "ҡырҙан килгән ҡыпсаҡ" тип атаған.
[[File:Село Старый Сибай Баймакского района. Двухэтажные дома.jpg|мини|справа|Иҫке Сибай ауылы хәҙерге ваҡытта]]
 
Кәрим Дияров - Баймаҡтың атаҡлы ҡурайсыһы һәм ижадсыһы - сәсән М. буранғоловтыңБуранғоловтың фольклор материалдарында таянып, киреһенсә, ҡасандыр ҙур бер башҡорт болаһынан һуң, Бөрйән ырыуының бер нисә ғаилә кешеләре, Ирәндек буйҙарынан ҡасып, Туҡ буйына барып урынлашҡан, тип раҫлай. Бер заман Туҡ-Соран буйы ерҙәрен рус колонизаторҙары баҫып, көслө ҡыҫырыҡлауҙар башлағас, Буранбай был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы халыҡты күтәреп сыҡҡан һәм, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып, элекке ата-бабалары төйәгенә - Һаҡмар яғына килеп сыҡҡан. К. Дияров бының тураһында үҙенең "Сал Уралдың моңдары" исемле китабында яҙып ҡалдырған.
 
Халыҡ легендаларында ниндәй дөрөҫлөк барҙыр, әйтеүе ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, былар буранбайҙың Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарының уртаҡ батыры, эшмәкәре икәнлегенә ишаралай.
30 юл:
1797 йылда Сенат тарафынан башҡорт ерҙәрен генераль межалау тураһында закон сығарыла, бының менән "буш" ер фонды булдырыу саралары билдәләнә, йәғни урыҫ, татар күскенселәренә ер кәрәк икән. Бөрйән башҡорттары ырыу ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ауылдарҙы бүлгеләй башлай. Буранбай тәүгеләрҙән булып Кинйәбулат ауылынан айырылып сыға һәм бер төркөм менән Таналыҡҡа ҡойған Оморҙаҡ исемле йылға буйында 1812 йылда яңы ауылға нигеҙ һала, ул буранбай (Аһыл) тип атыла. 1815 йылда Буранбай Ҡотосов ете ауылдан торған йорт старшинаһы итеп һайлана. Был – уның халыҡ алдында ҙур абруй ҡаҙаныуына дәлил.
 
Буранбай, халыҡтың хәтерләүенсә, дистанция начальнигы һәм йорт старшинаһы булып торған ваҡытта ярлыларҙы ауыр һалымдарҙан ҡотҡарған, ир-егеттәрҙе хеҙмәттән алып ҡалыуға ла булышлыҡ иткән, урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы ауяһыҙ сығыш яһаған. Былар батша чиновниктарына һис оҡшамаған, унан нисектер ҡотолоу сәбәптәрен эҙләгәндәр. Буранбай тиҙҙән үҙенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртер фажиғәле бер бер хәлгә барып юлыға. 1898-1820 йылдарҙа Верхнеуральск өйәҙе, 6-сы кпнтон начальнигы булып бик ҡомһоҙ ришүәтсе Аҡҡол Биктимеров торған. Ул халыҡтан йыш ҡына үҙ файҙаһына аҡчса йыйған һәм уларға күпләп һалым һалған. 1811 йылда 1000 кешенә торған резерв команданы походтан ҡотҡарыу маҡсатында (был йылда ҡоролоҡ һәм аслыҡ булып, кешеләр һәм аттар бик йонсой) һәр казактан 6-ар һум аҡса йыйырға ҡушыла. Аҡсаны йыйыу йорт старшиналары Ибраһим, Буранбай һәм Юлбарыҫҡа йөкмәтелә. Аҡса йыйыла, ләкин йыйым кантон Биктимеров һәм Ырымбур чиновниктары тарафынан үҙләштерелә. Халыҡ бындай баш-баштаҡлыҡҡа сыҙай алмай, Ырымбур хәрби губернаторына хәбәр итә. Тиҙҙән тикшереү эше башлана, 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, кисектерелә. 1818-1820 йылдары эш яңынан асыла. Суд ҡарары менән төп ғәйеп нахаҡҡа Буранбай, Ибраһим һәм Юлбарыҫ өҫтөнә төшә. Улар чиндарынан мәхрүм ителеп Себергә ебәрелә, ә инде аҡҡолАҡҡол Биктимеров, оло йәштә булыу сәбәплеЮ һөргөндән ҡотолоп ҡала, ләкин эштән бушатыла.
[[File:Верхнеуральск. Благовещенская церковь (пос. 1832).jpg|мини|справа|Верхнеуральск ҡалаһындағы Благовещен сиркәүе. 1832 йыл]]
 
Буранбай һәм Ибраһим 1812 йылдың июнь айында Верхнеуральск төрмәһенән ҡаса. 1822 йылда тотола. Һаулығы насар булыу сәбәпле, полицай һағы аҫтында больницала ятҡырыла. Уның улы Зөлҡәрнәй Ырымбур хәрби губернаторына атаһын порукаға биреүен һорап үтенес ҡағыҙы яғҙан, ләкин ҡәнәғәтләндерелмәгән.