Торомтай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
'''Торомтай''' — ''сысҡан типкес, сысҡан әүрәткес, сысҡансыҡ, бейеүсе көйгәнәк'' (''урыҫса'' — обыкновенная пустельга, ''латинса'' — Falco tinnunculus L.)
 
Дәүмәле буйынса күгәрсен тиңендә.
 
Осҡанда оҙон ҡанаттары һәм оҙон ҡойроғо күренә.
 
Ата торомтайҙың түбәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Ҡанат остары ҡара.
 
Тотош төҫө ерән, ҡорһаҡ тирәһе асығыраҡ ерән, уҡ башағына оҡшаған ҡара таптар менән сыбарланған.
 
Инә һәм бала торомтайҙарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән, кәүҙәләренең аҫ яғы буй-буй өҙөк һыҙыҡлы һорғолт аҡ.
 
Ялан торомтайынан тырнаҡтарының ҡара булыуы менән айырыла.
 
Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли».
Ҡая таштарҙа, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәй.
 
Башлыса сысҡвн, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана.
 
Күсмә ҡош. Киң таралған.
 
Ағас башында һәм ҡыуышында, ҡая таштарҙа оялай. Ерәнһыу көрән таптар менән сыбарланған 4-5 һорғолт аҡ йомортҡаһы була.
 
Сысҡандарҙы ҡырып файҙа килтерә.
 
== Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә ==
 
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Торомтай» битенән алынған