Ҡор ҡарсығаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
22 юл:
Ояны ғәҙәттә ҡарт урманда, юл, һаҙлыҡ, болон һәм башҡа асыҡ урындарға яҡын ултырған ағаста олоно янындағы ботаҡта ҡора. Диаметры метр тирәһендәге ояны ҡоро сыбыҡ һәм ботаҡтарҙы йәшел үренде, ылыҫ шәлкеме йәки ҡабыҡ киҫәктәре менән сырмап эшләйҙәр.
 
Ҡор-ҡарсығалары йылына бер мәртәбә, апрель башынан июнь урталары осоронда үрсейҙәр, өҫтәүенә, иң юғары әүҙем ваҡыт апрель аҙағына һәм майға тура килә. 3-4 бөртөк һорғолт таплы йәшкелт аҡ йомортҡа һала.
 
3-4 бөртөк һорғолт таплы йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Йомортҡаның ҙурлығы 59×45 мм, тышы ҡытыршы, күкһел-аҡ. Себештәр 28-38 көндән моронлай башлайҙар. Йомортҡаларҙы инә ҡош баҫа, әммә ул һунарҙа саҡта, уны ата ҡош алмаштыра. Инә ҡош ояла балалары сыҡҡандан һуң 25 көнгә ҡала. Был ваҡытта балалары һәм инә ҡош өсөн аҙыҡ хәстәрләү ата ҡошҡа йөкмәтелә. Ҡошсоҡтар ояла 34-35 көн ултыралар, артабан шул уҡ ағастағы күрше ботаҡтарға күсенәләр. 35-46-сы көнгә оса башлайҙар, шуға ҡарамаҫтан, 70 көнлөк саҡтарына ҡәҙәр ата-әсәһе ярҙамында туҡланалар. Ата-әсәнән ҡошсоҡтар ҡинәт айырылалар, һәм йәш ҡоштар йомотҡанан сыҡҡандан алып алып 95-се көндәренә тулыһынса үҙ аллы була.
 
Ҡор- ҡарсығалары ҡоштарға, имеҙеүселәргә, умыртҡаһыҙҙарға, урта һәм эре һөйрәлеүселәргә һунар итәләр. Ҡорбан йыртҡыс ҡош ауырлығының яртыһын тәшкил итергә мөмкин. Ҡуянға, тейенгә һәм ҡорҙарға һунар итәләр.
 
Элек ауға йөрөтөр өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.