Ҡаҙ майы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"==Ҡаҙ майының составы== Составындағы (70%) туйынған һәм туйынмаған май кислотал..." исемле яңы бит булдырылған
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
 
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
 
20 юл:
#Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ япраҡтары, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәт­мәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йы­лы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡа­тын-ҡыҙҙарҙың аналыҡ көпшәһен таҙ­арта, ә ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың активлығын арттыра.
#Простатит. Был ауырыуҙы ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм ка­ланхоэ гөлө төнәтмәһен ҡабул итеп дау­аларға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсергә. Ике аҙнанан һуң сир сигенергә тейеш. Шулай ҙа төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итеү яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә кил­терәсәк.
#Тромбофлебит һәм аяҡтар сирләгәндә. 2 өлөш ҡаҙ майын һәм 1 өлөш каланхоэ һутын ҡушып бер нисә көн тоторға, һалҡын һәм ҡараңғы урында һаҡларға. Төнгөлөккә сирле урындарға һөртәләр.
#Гинекологияла, геморрой булғанда.100 г ҡаҙ майын 1 ашҡалаҡ кипкән календула сәскәләрен ҡушып, 20-30 минут һыулы баняла йылыталар, унан һөҙөп алалар.Ҡалдығын тампон ҡуйыу өсөн файҙаланалар. Тампондарҙы 10 көн буйы ҡуялар. Гинекологик сирҙәр булғанда ун көн арауыҡ аша 2 курс дауа үткәрәләр.
#Ҡаҙ майын косметик сара булараҡ та файҙаланалар. Ул айырыуса һалҡын кѳндәрҙә файҙалы. Һыуыҡтан бит-ҡулдар ярылмаһын ѳсѳн 5 грамм камфара майына 50 грамм ҡаҙ майы ҡушып, биткә һѳртѳргә лә 20 минут тоторға. Артыҡ майҙы салфетка менән һѳртѳп алырға.
#Сәстәр ныҡ һәм ялтырап торһон ѳсѳн, майҙы йылытып сәс тамырына һѳртѳргә һәм уны таҫтамал менән урап, ярты сәғәт тоторға. Дѳйѳм алғанда, ҡаҙ майының кире эҙемтәләре юҡ тиергә була. Тик ауырлы, имеҙгән ҡатындарға, 3 йәшкә тиклемге балаларға, бауырҙары, бѳйѳрҙәре менән етди проблемалары булғандарға бындай дауалау сараһы тәҡдим ителмәй. Майҙы быяла йәки керамик һауытта, ныҡлы ябып, һалҡын урында, ҡайһы бер осраҡта туңдырғыста ла һаҡларға була. Ул үҙенең дауалау үҙенсәлеген 3 йыл буйы юғалтмай.
 
==Һылтанмалар==
* [https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/belep-fay-alan-a-shifa-/]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Ҡаҙ_майы» битенән алынған