Мораҙ ауылы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
36 юл:
1735-1736 йылдарҙағы Килмәк абыҙ етәксегендәге башҡорт восстаниеһы, 1739-1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал яуы һөҙөмтәһендә бик күп башҡорт ауылдары яуыз Тевкелев (Тәфтиләү) тарафынан яндырыла. Яуҙа ҡатнашҡандар аҫыла-киҫелә, балалары, ҡатын-ҡыҙҙары тартып алына. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ҡот осмалы күренеш була был.
 
Был башҡорт күтәрелештәре 1734 йылда хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу менән бәйле була. Башҡорттар үҙ ерҙәрендә рөхсәтһеҙ ҡала - ҡәлғә төҙөтөүгә ҡырҡа ҡаршы сығып, ҡулдарына ҡорал алырға мәжбүр булғандар. Восстаниелар баҫтырылғас, күп ауылдар яндырылған һәм кем ҡайҙа етте шунда күсеп китергә, яңы ауыл нигеҙләргә мәжбүр булған. Башҡа ауылдар кеүек, Мораҙ ауылы ла тап шулай барлыҡҡа килгән.
==Рәүиз мәғлүмәттәре==
 
Бөгөнгө Мораҙ ауылына килгәндә инде, 1816 йылда уҙғарылған 7-се ревизияла 11 йортта 59 кеше йәшәүе хаҡында мәғлүмәт бар.Тағы ла 43 йылдан иһә 20 йортта 92 кеше йәшәгән.
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Мораҙ_ауылы» битенән алынған