Пәйғәмбәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Пәйғәмбәр''' — Аллаһтың бәндәләргә ебәрелгән рәсүле (илсеһе) ул. Хөкөмдәрен,..." исемле яңы бит булдырылған
 
 
32 юл:
*Ғаләмдәрҙең бөтәһенә лә пәйғәмбәр итеп ебәрелгән.
*Ҡиәмәткә тиклем шәриғәте дауам итәсәк.
 
==Пәйғәмбәребеҙҙең нәҫеле==
'''Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенән алып хәҙрәт Исмәғил (Исмәғил пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм) нәҫеленә тоташҡан Ғәднәнға тиклемге сылбыр (нәҫел сылбыры) шулай:'''
 
Хәҙрәти Мөхәммәд, Ғабдулла, Ғәбделмотталлиб, һашим, Ғәбде, Мәнәф, Косайй, Киләб, Мүррә, Ҡәғб, Лү’әй, Ғалиб, Фиһр, Мәлик, Наҙр, Кинәнә, Хүзәймә, Мүдрикә, Ильяс, Муҙар, Низар, Мәғәдд, Ғәднән.
 
Ғәднән нәҫеле буйынса Исмәғилгә барып тоташа. Ә Исмәғил, ғәләйһиссәләм, - пәйғәмбәр Ибраһимдың, ғәләйһиссәләм, улы. Бына ни өсөн Мөхәммәдте, ғәләйһиссәләм, «Ибраһим нәҫеленән» тиҙәр.
 
Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, ямандан, яҙыҡтан азат кеше булған. Кешеләр бер-береһен хөрмәтләмәгән, бер-береһенэ ышанмаған дәүерҙә йәшәгән ул.
 
Әммә уға һәр кем ышанған, уны хөрмәт иткән. Бәхәс килеп тыуған осраҡта Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, фекерен, хөкөмөң бөтәһе лә ихтирам иткән.
 
Уның һүҙенә һәммәһе лә ышанған, әйткәненән риза булған. Уның тоғролоҡлоғон, ғәҙеллеген һәммәһе лә яҡшы белгән. Ялғандан, яҙыҡтан алыҫ торғанын да Мәккәләгеләрҙең барыһы ла белгән. Юғары әхлаҡлы, ғәҙел, олпат булғанға күрә уны Мөхэммәдел-әмин (ышаныслы Мөхәммәд) тип атағандар.
 
Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, кешелектең золмәттән бысранған бер дәүерендә килгән донъяға. Иман һәм Ислам нуры менән яҡтыртып, Аллаһтың бирмешенән Ғаләмде, шулай уҡ кешелекте залимлыҡтан ҡотҡарған.
 
Кешелеккә донъя һәм Ахирәт бәхетенән асҡыс бүләк итеп, бәндәләрҙе мәҙәниәт юлына алып сыҡҡан ул.
 
'''Мөхәммәд - пәйғәмбәрҙәр һәм рәсүлдәр тармағын ослаусы.''' Унан һуң Ер йөҙөнә пәйғәмбәрҙәр ебәрелмәйәсәк.
 
[[Category:Алфавит буйынса мосолман әхлағы]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Пәйғәмбәр» битенән алынған