Йыртыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" '''Йыртыш''' һәр яҡта төрлөсә уҙғарыла торған йола. Хатта бер районда йәшәүселә..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

11:53, 27 октябрь 2020 өлгөһө

Йыртыш һәр яҡта төрлөсә уҙғарыла торған йола. Хатта бер районда йәшәүселәр араһында ла айырма була. Йыртышты егет яғынан әсәй- атай килтерә .Шул йыртышҡа өҫтәп улар ҡыҙ эҙләргә ярҙамлаша сыҡҡан еңгәйҙәргә яулыҡ та килтерәләр. Мул ғына, метрлы тауар . Кейәү менән ҡыҙҙы ҡушыусы еңгәйҙәр кейәүҙе ошо тауарҙы йыртҡансы баҫып инһен өсөн алдан бер урынын йыртып әҙерләйҙәр, ә егет шуны үтәп, ҡыҙ янына инә. Был тик йәшерелгән ҡыҙҙы тапҡандан һуң ғына башҡарыла.. Тик ул выкуп түгел, т.е.выкуп ҡыҙ өсөн мәһәр һалыу була. Йыртыш- мәһәргә инмәй. Еңгәйҙәр иң матур теләктәрен әйтеп кейәүҙе бикәсе янына индереп кенә уларҙың эше тамам булмай әле. Иртәгеһенә ана шул ҡулына алған йыртыш хаҡын еңгәйҙәр иртәнге кейәү сәйе менән тамамлайҙар.Йыртыш менән бергә ҡыҙ ҡушыусы еңгәйҙәргә кейәү егетенең ата- әсәһе яғынан яулыҡтар ҙа бүләк итеп бирелә. Шулай булғас, тауар икегә бүленгәнен иҫәпкә алып, иң яҡын ике еңгәһе был эште атҡарып сыға.

Раиса Исянбаева [1]