Оло тау: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" Ырымбур өлкәһендә Новосергиевка ҡасабаһынан Александровка ҡасабаһына юл т..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Ырымбур өлкәһендә Новосергиевка ҡасабаһынан Александровка ҡасабаһына юл тотҡанда, кинәт кенә, юл йөрөүселәр һоҡланырлыҡ бер түбә пәйҙә була. Уны урындағы башҡорттар "Оло тау" тигән атама менән таныйҙар. Тау тип әйтерлек тә түгелдер ҙә,әгәр тау мәғәнәһен күҙ алдына килтергәндә, әммә шул тауҙың итәктәрен наҙлы йыуып аҡҡан кес кенә "Ҡыр-Соран" йылғаһы буйында ултырған "Иҫке Ғүмәр" ауылы кешеләре өсөн ул борондан тау мәғәнәһен башлап ебәреүсе уба була.
 
"Оло тау" төн яҡтан Ясногорск ауылын биҙәүҙә. Ясногорск боронораҡ "Центральная усадьба совхоза имени Электрозавода" тип атала ине.Ул ваҡыттарҙа шунда йәшәүсе рус халҡы ла,башҡорттарға эйәреп, "Улу тау" тип ололарҙар ине ул тауҙы.Ваҡыт үтеү менән,быуындар алышыналар,иҫке топонимик атамалар ҙа үҙгәреүгә үтәләр,руслаштыралар...
Ауылыбыҙ тарихында бик үк диҡҡәт бирелмәһә лә,"Оло тауҙы" иҫләп үтә Шириаздан Ибраһим улы Ишбулатов,- үткән быуаттың егерменсе йылдар аҙағында Ғүмәр тархандың ер биләменә Мәскәүҙән "Электрозавод" берләшмәһенән Шканов фамилиялы бер кеше килеп,шунда төп усадьбаһын төпләй. "Бүрәнә ҡулы" үҙәгенең уң яғындағы "Бурыл баҡатал" туғайлығы нәҡ ана шул "Оло тауҙың" көн яғында була инде.
 
Нестеровка исемле ауылдан бер яҙыусы "Оло тауҙы" "Орлиная гора" тип иҫләй үҙенең китабында,- бындай атаманы "Оло тау" бер ҡасан да йөрөтмәгән,ә шул китапты уҡыусылар тауыбыҙҙы "Орлиная гора" тип танып китеүҙәре лә ихтимал...

Ваҡыт үтеү менән,яңы быуындар "Оло тауҙы" "Ясная гора" тип атай башлайҙар,инде совхоздың төп усадьбаһы ла Ясногорск тип теркәлә,- ваҡыт үҙ танытмаһын индерә.
 
Әммә ки,урындағы башҡорттар әлегәсә уны "Оло тау" тип ололауҙалар. Уның түбәһенән тирә-йүндәге тауҙарҙы (ҡалҡыулыҡтарҙы) күҙәтергә була. Көн яҡ көнсығыштараҡ "Өс түбә", көнбайышта - "Күкрәк тау", төн яҡтараҡ - "Мәжит тауы" асыҡ һүрәтләнеүҙәләр.

Алтмышынса йылдарҙың башында Иҫке Ғүмәр ауылында башҡортса уҡытырҙар ине Ҡотош ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә,һуңғараҡ тағы ла рус теле өҫтөнлөккә ҡуйылды. Шул ваҡытта уҡыған балалар,әлбиттә, рус теле биргән йүнәлеш менән юл дауамлауға үттеләр.Шулай итеп, беҙҙең "Оло тау" әлеге ваҡытта "Ясная гора" тип аталып,карталарҙа ла шул исемгә эйә булып китәлер...
 
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Оло_тау» битенән алынған