Бөрйән районы Бикташ ауылы тарихы (бөткән ауыл): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
1 юл:
Элек Ғәлиәкбәр тирәләй байтаҡ ҡына ауыл булған: Бикташ, Кәбәс, Түбәнге ауыл. Улар 20 – се быуаттағы боролоштар арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер ул урындарҙа, халыҡ йәшәгәнлеген белдереп, ҡәбер таштары ғына ҡалған. Мәҫәлән, Бикташ ауылына бәйле бер нисә риүәйәт һаҡланған.
=== Бикташ ауылы ===
Бикташ ауылы Ғәлиәкбәрҙән үрҙә, Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан булған. Имеш, элек ул ауылдың исеме булмаған. Шунда бер өйҙөң эргәһендә өҫтәл ҙурлыҡтай таш ятҡан. Эҫе йәй көнө күк йөҙө ҡапыл ҡараңғыланып киткән дә ел-дауыллы ямғыр йәшенләп яуа башлаған. Ошо ваҡытта өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын емереп, ағастарҙы йығып, таш осоп киткән. Дауылдан һуң ауыл ҡарттары ауылға Бикташ исеме таҡҡандар.

Хәҙер ул ауыл ҡороған, шулай ҙа исеме юғалмаған. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).
 
Бикташ ауылында йәшәүселәрҙең кәсебе менән бәйле риүәйәт тә бар.
 
=== Бикташ бөгөлө. ===
Борон башҡорттар ер биләп алғанда, хәҙерге Бикташ ауылы урынына Бикташ исемле кеше килеп ултырған. Уның 4 улы була: Байғаҙы, Мөхәмәтша, Бирғолай, Шахнияз. Ул уландары менән кәсеп иткән: ағас ҡырҡып, һал сығара; баҙ яғып, дегет ҡайната; туғын ярып, сана табандары эшләй. Уландары ир етеп, үҙҙәре донъя көтә. Бикташ малайҙары менән һалға төшә. Һал менән төшөп барғанда, Бикташ ауылының түбән яғындағы Әрәм ҡоҙашы тамағына илле-алтмыш метрҙай етәрәк, Нөгөшкә арҡыры төшөп торған бәләкәй генә ҡая бар. Бикташ бабай һал менән шунда туҙа һәм һыуға батып үлә. Һыу ҡайтҡас, бабайҙы табып алып, шундағы тау башына ерләйҙәр. Уландары, ауыл халҡы менән килеп, зыяратын таштан бурап ҡуялар. Шул ерҙе хәҙер Бикташ бөгөлө тип йөрөтәләр. Зыярат әле лә таштан буралған көйө ерҙән бер метрҙай ҡалып тора. Уның өҫтөнә муйылдар үҫкән. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминев Рәис Шәрифйән улынан ( 1960 йылғы) улы Әминев Вәсил башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алып килде).