Бөрйән районы Бикташ ауылы тарихы (бөткән ауыл): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
 
=== Бикташ бөгөлө. ===
Борон башҡорттар ер биләп алғанда, хәҙерге Бикташ ауылы урынына Бикташ исемле кеше килеп ултырған. Уның 4 улы була: Байғаҙы, Мөхәмәтша, Бирғолай, Шахнияз. Ул уландары менән кәсеп иткән: ағас ҡырҡып, һал сығара; баҙ яғып, дегет ҡайната; туғын ярып, сана табандары эшләй. Уландары ир етеп, үҙҙәре донъя көтә. Бикташ малайҙары менән һалға төшә. Һал менән төшөп барғанда, Бикташ ауылының түбән яғындағы Әрәм ҡоҙашы тамағына илле-алтмыш метрҙай етәрәк, Нөгөшкә арҡыры төшөп торған бәләкәй генә ҡая бар. Бикташ бабай һал менән шунда туҙа һәм һыуға батып үлә. Һыу ҡайтҡас, бабайҙы табып алып, шундағы тау башына ерләйҙәр. Уландары, ауыл халҡы менән килеп, зыяратын таштан бурап ҡуялар. Шул ерҙе хәҙер Бикташ бөгөлө тип йөрөтәләр. Зыярат әле лә таштан буралған көйө ерҙән бер метрҙай ҡалып тора. Уның өҫтөнә муйылдар үҫкән. (
<small>''2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминев Рәис Шәрифйән улынан ( 1960 йылғы) улы Әминев Вәсил башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алып килде).''</small>
 
[[Категория:Бөрйән районының бөткән ауылдары]]