Көгөш йылғаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"КӨГӨШ ҠИССАҺЫ (ҡобайыр) Сихырланған айғырҙай, Күк ялдарың ялбырҙай, Таштар ар..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
135 юл:
Ноябрь 2018
Фәүзиә Ҡотлогилдина.
 
 
КӨГӨШ БУЙЫНДА
(Көгөш -Усолка йылғаһының башҡортса исеме)
 
Сыҡтым әле Көгөш буйҙарына
Йәшел йәйҙе күреп ҡалырға,
Көгөшөмдөң тауыштарын тыңлап
Моңло ғына көйгә һалырға.
 
Көгөш ярҙарында ағас һирәк,
Ярға һыйынып үҫә ҡарт тирәк,
Тормош юлдарынан үткән саҡта
Ышаныслы дуҫтар бик кәрәк.
 
Көгөш кенә һыуы , ай, татырлы,
Өнһөҙ ир-егеттәр батырмы...
Батыр тигән ҡыйыу ир-егеттәр
Үҙ һүҙҙәрен әйтмәй ятырмы.
 
Көгөш һыуҡайҙары борма-борма
Ҡарпып ҡына уйнай балығы,
Шифа һыуҙарынан дауа таба
Төрлө яҡтан килгән халығы.
 
Көгөш йылғаһына ҡоя икән
Ун ике лә шифа шишмәһе,
Шифа табыр өсөн һаулығына
Йыйыла ти бик күп кешеһе..
 
Көгөш йылғаһының көмөш һыуы
Барып ҡоя икән Иҙелгә,
Ағиҙелем алып китә уны
Каспий тигән оло диңгеҙгә.
 
Көгөш буйҡайҙарын ай, буйланым,
Көгөш моңон эсеп туйманым,
Көгөш буйҡайҙарын гиҙгән саҡта
Дуҫҡайҙарым һеҙҙе уйланым. ..
 
Яр буйында үҫкән ҡарт тирәге
Ете ҡолас икән ҡосарға,
Яңғыҙ ҡанат менән осоп булмай,
Пар ҡанаттар кәрәк осарға.
 
Иртән тороп тышҡа сығыуыма
Көгөш буйҡайҙары аҡ томан,
Томан араһында мине көтөп
Һөйгән йәрем торалыр һаман.
 
Көгөштән эсәргә һыу алмайҙар,
Һыуҙарынан әйтә тоҙ тәме,
Эй Көгөшөм, көмөш йылғаҡайым,
Тыуған яҡтың сағыу бер йәме!
 
Көгөштөң саф һыуын тоҙло итә
Изге инеш килеп ҡушылып,
Шифаларын ала күп кешеләр
Шул шишмәләрендә ҡойоноп.(Краноусол)
 
Йоморола ғына таштары юҡ
Көгөш йылғаһының эсендә,
Тыуған яҡтан ситтә йәшәһәм дә
Рәүҙәккәйем һәр саҡ иҫемдә.
 
Көгөш йылғаһына барып ҡоя
Селтер шишмә менән Бирешле,
Донъя булғас, төрлө хәлдәр була,
Ауырлыҡтар килһә, бирешмә!
 
Йәйҙәр үтеп көҙҙәр килеп етә,
Башланырҙар инде һалҡындар,
Һыуҙа ғына батмаҫ, утта янмаҫ
Бай тарихлы башҡорт халҡым бар.
 
Оло Төлкәҫ менән Кесе Төлкәҫ
Йырлай- йырлай ҡоя Көгөшкә,
Риза булып ҡына донъя көтәм
Раббыҡайым биргән өлөшкә.
 
Табын ауылының эргәһендә
Көгөш йылғаһының тамағы,
Халҡыбыҙҙың күңел донъяһы бай
Күп йырҙары, таҡмаҡ, һамағы.
 
Киске эңер төшөп килгән саҡта
Төштөм әле Көгөш буйына,
Ғүмеремдең көҙгө балҡыштарын
Нурҙар менән яҙҙым һыуына.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
31.08.2018
 
КӨГӨШ - Усолка.йылғаһының башҡорт телендәге исеме. Ул Ғафури районында аға..